Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе һеҙгә юлда, бигерәк тә машинала балалар ултырған осраҡта, бик иғтибарлы булығыҙ, тигән үтенес менән мөрәжәғәт итә: тиҙлекте арттырмағыҙ, киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, балаларҙы автомобилдә йөрөтөү буйынса ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сабыйҙарҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн һеҙ яуап бирәһегеҙ.
Балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автоинспекцияһы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.
Республикала көн һайын тиерлек юл-транспорт фажиғәләрендә балалар зыян күрә. Күпселек осраҡта был фажиғәләр өлкәндәр, баланың иң яҡын кешеләре - ата-әсәләре арҡаһында килеп сыға.
Ата-әсәләр! Бала автомобилдә саҡта өҫтәмә һаҡлау һәм иғтибар талап итә. Кескәй пассажирҙар өсөн төп һәм иң һөҙөмтәле һаҡланыу сараһы – ул балалар организмының бөтә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән, баланың буй-һынына һәм ауырлығына индивидуаль һайлап алынған һәм машинала дөрөҫ урынлаштырылған автокресло. Автокреслоны ҡулланыуҙың әһәмиәтлеге Рәсәйҙә, шулай уҡ сит илдәрҙә үткәрелгән күп кенә тикшеренеүҙәр менән раҫланған.
Ҡайһы бер ата-әсәләр автомобилдә йөрөгәндә балаларын ҡулдарында ныҡлап тота алырмын, тип яңылыша. Сәғәтенә 50 саҡрым тиҙлек менән барған автомобиль бәрелешкәндә йәки ҡапыл тормозға баҫҡанда пассажирҙың ауырлығы яҡынса 30 тапҡырға арта. Шуға күрә баланы ҡулда йөрөтөү бик хәүефле. Шулай уҡ баланы үҙегеҙ менән бер ҡайышҡа эләктереү ҙә хәүефле - бәрелеш була ҡалһа, баланы үҙегеҙҙең ауырлығығыҙ менән имгәтеү мөмкин.
Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе лә иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
Автомобилдә балаларҙы тотоу өсөн махсус ҡулайламалар артҡы ултырғыста 7 йәшкә тиклемге балаларға һәм алғы ултырғыста 11 йәшкә тиклемге балаларға мотлаҡ ҡулланылырға тейеш. Махсус ҡоролма баланың йәшенә тура килергә тейеш.
Хәүефһеҙлек ҡайышы адаптерҙары һәм каркасһыҙ автокреслолар махсус тотоп тороусы ҡоролма түгел. Улар хәүефһеҙ булмағанлыҡтан ҡулланыу тыйыла.
Балаларҙы йөк автомобилендә йөрөткәндә тик салонға ғына ултыртырға кәрәк. Баланы кузовҡа, тағылмаға, мотоциклдың артҡы ултырғысына ултыртырға ярамай.
Ете йәштән бәләкәй баланы машинала яңғыҙын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Ҡағиҙәләрҙе боҙған осраҡта штрафтар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, хәүефһеҙлек ҡайышын ҡуймаған өсөн 1000 һум, баланы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 3000 һум күләмендә штраф һалына.
Л. АЛТЫНШИНА, ЮХХДИ инспекторы.