Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Август , 08:55

Әсәй илап, шешенеп бөткән...

Үҙ тормошомдан бер мажаралы хәлде бәйән итмәксе булдым. Туғаш яланын үткәс, тәүге Бетерә. Бына йылғаға еттек. Бик ҡурҡыныс булып ажғырып ята. Йылға аша итектәрҙе ташлағайным, ярға еткерә алмай, итектәрем ағып китте. Кисеү тәңгәле һайыраҡтыр, тип, тәүәккәлләп, йылғаға төштөм. Муйыныма етә яҙҙы, күлдәгемде, һыуланмаһын тип, башыма урағайным.

Әсәй илап, шешенеп бөткән...
Әсәй илап, шешенеп бөткән...

Үҙ тормошомдан бер мажаралы хәлде бәйән итмәксе булдым.
Әллә йыйын малайҙар араһында үҫкәнгәме, еңмеш, дыуамал инем. 9-сы класты тамамлау алдында, яҙғы ташҡын мәлендә, үҙемдән бер йәшкә бәләкәй бер ҡыҙ менән бер-беребеҙҙе ҡотортоп, интернаттан шым ғына ҡасып, ауылға ҡайтырға сыҡтыҡ. Ағиҙелде моторлы кәмә менән сығаралар ине махсус кешеләр. Ауылға ҡайтыу өсөн кәмендә ике тапҡыр Бетерә йылғаһын кисергә тейешбеҙ.

Туғаш яланын үткәс, тәүге Бетерә. Бына йылғаға еттек. Бик ҡурҡыныс булып ажғырып ята. Йылға аша итектәрҙе ташлағайным, ярға еткерә алмай, итектәрем ағып китте. Кисеү тәңгәле һайыраҡтыр, тип, тәүәккәлләп, йылғаға төштөм, муйыныма етә яҙҙы, күлдәгемде, һыуланмаһын тип, башыма урағайным. Теге ярға имен-аман барып сығып, артыма ҡараһам, теге ҡыҙым юҡ, кире ҡайтып киткән. Артыҡ уйланып торманым, юлымды дауам иттем. Тағы Бетерә... Уныһын ҡабаҡ буйлап үтеп була. Яланаяҡ, итектәр юҡ бит инде, таш араһынан яланға барып сығып, Иртуған тигән ике ҡалҡыулыҡты үтеп, Артылышҡа төштөм. Уның Бетерәһен кисмәйенсә булмай. Яр ситенән төшөү менән һыу муйыныма етте, йәнә төбө батҡаҡ, аҫҡа һөйрәй. Яр ситендәге талдарға йәбешеп, саҡ кире килеп сығып, шунда ятҡан ҙур ташҡа баҫып тирә-яҡҡа ҡарап торҙом да, ни булһа ла булыр, тип тауға үрмәләргә булдым. Бында тауҙар ныҡ текә, бейек, етмәһә, иртә яҙҙа йәбешерлек бер нәмә лә юҡ. Селектәргә йәбешһәң, төбөнән ҡутарылып килә лә сыға. Күмәгерәк селекте услап йәбешеп, арыуыҡ ерҙе үткәйнем, ҡарғалар ҡарҡылдай башланы. Минең исемде ҡысҡырған һымаҡ ишетелә ҡолағыма. Артҡа юл юҡ, бары алға ынтылам. Өс тауҙы үттем, тағы берәү генә ҡалды.

Был тауҙы ла үткәс, "Һарыташ"ҡа килеп төшөп, иркен тын алып, Туры йылғаны кисеп сығып, ауылға ыңғайланым. Ниһайәт, Атүлгән яланына килеп төштөм.

Иркен тын алдым, ауылым күренеп ята, тәки ҡайтып еттем бит. Һырҙай ҡанға туҙған аяҡ-ҡулды бер күләүектә йыуып, күлдәгемде кейеп алдым да, нисектер аҡмай торған күпер аша сығып, кәртә артынан өйгә йүгерҙем, яланаяҡ булғас, кеше күрһә аптырар, тием инде.

Өйгә инеү менән аптырап киттем, әсәйем илап шешенеп бөткән, эргәһендә Бибикамал еңгәм ултыра. Нимә булды икән, тип ныҡ ҡурҡтым. Мине күреү менән икәүләп илай башланылар. Баҡһаң, теге ҡыҙ интернатҡа ҡайтып, минең ауылға ҡайтҡанымды әйткән дә, ауылға телефондан хәбәр иткәндәр икән. Ике туған ағайымдар һыбай сығып, "Артылыш"ҡа барып, таш өҫтөндә минең аяҡ эҙемде күреп, эҙләп ҡарағандар, ҡысҡырғандар. Минең ҡарға тигәнем ағайымдар булған инде, һыуға аҡҡандыр, тип илашып ҡайтып ингәндәр.

- Әсәй, минең итектәрем ағып китте, - тигәйнем, әсәйем, үҙең тере булғас, итек табылыр, тип яйлап тынысланды. Еңгәм юрғанға урап ултыртты. Ошо дыуамаллығың бер нәмәгә осратып ҡуймаһын, Аллам һаҡлаһын, тип ҡабатлай ине әсәйем.

Эйе, Аллама шөкөр, һәр төрлө хәтәрҙәрҙән һаҡланы ошо көнгә тиклем. Күрер көндәрем, ейер ризығым бөтмәгәндер. Йәнә тыуасаҡ сабыйҙарым хаҡына һаҡлағандыр Ул мине.

Фәриҙә Мәзитова, Яңы Усман ауылы.

Автор:
Читайте нас: