Өфөлә йәшәүсе ҡатындың телефонына тиҙ арала аҡсаларын “хәүефһеҙ иҫәпкә”(“безопасный счет”) күсеререгә кәрәклеге тураһында хәбәр килгән. Ханым шулай эшләгән дә. Зыян күреүсе 3 миллион һум кредит алып, уны бурҙарға күсергән. Аҙаҡ тағы ла 5 миллион һум кредит алырға маташып ҡараған.
Мәләүез районында ла шундайыраҡ хәл булған. Бер ҡыҙ шулай уҡ 3 миллион һум кредит алған һәм уны бурҙар күрһәткән иҫәпкә күсергән. Аҡсаһын шулай үҙ ҡулдары менән урлатҡан.
Полицияға Өфөлә йәшәүсе 57 йәшлек ханым мөрәжәғәт иткән. Уға, йәнәһе лә, “кәрәҙле бәйләнеш операторҙары” һәм “банктың хәүефһеҙлек хеҙмәтенән” шылтыратҡандар. Һөҙөмтәлә, тиҙ ышанып барыусы ҡатын 1 миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Күмертауҙа йәшәүсе 41 йәшлек ир ҙә тиҙ генә ҙур аҡса эшләйем тип алданған – ул, бурҙарҙың таҫма теленә ышанып, телефон аша аҡсаһын инвестициялау юлы менән байырға теләгән. Ир таныштарынан 1 000 000 һум аҡса алып торған һәм миллион һумдан артығыраҡ суммаға кредит алған. Был аҡсаларҙы артабан телефон аша ҙур килем вәғәҙә ителгән иҫәпкә “инвестициялаған”. Вәғәҙә ителгән килем дә, һалған аҡсалары ла елгә осҡан...
Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – телефон аша ят кешеләр менән бер ниндәй ҙә аҡса эштәре башҡармағыҙ. Бер кем дә һеҙгә аҡса тоттороп ҡуймаясаҡ.
Таныш булмаған кешеләр шылтыратһа, телефонығыҙҙы алмағыҙ йәки шунда уҡ бәйләнеште өҙөгөҙ.