Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Август , 17:20

«Иғтибар - балалар!» акцияһы башланды

19 августан 13 сентябргә тиклем Республикала Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән киң күләмле «Иғтибар - балалар!» акцияһы үтә.

«Иғтибар - балалар!» акцияһы башланды
«Иғтибар - балалар!» акцияһы башланды

Уҡыу йылы башланғас та белем биреү учреждениеларында педагогтар менән берлектә балалар өсөн иҫкәртеү акциялары: әңгәмәләр, конкурстар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса викториналар ойоштороласаҡ. Унан тыш, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмағандар һәм уларҙың ата-әсәләре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау сараларын күрәсәк.  Акция осоронда юл-патруль хеҙмәте экипаждарының дежур маршруттары мәғариф учреждениеларына  яҡынайтыласаҡ.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йәйге осорҙа уҡ ведомство-ара комиссия составында урам-юл селтәрҙәрен, йәйәүлеләр үткәүелдәрен эксплуатациялау торошон, белем биреү ойошмалары янында юл хәрәкәтен ойоштороуҙың тап килеүен, мәктәп автобустарының техник торошон тикшерә башланы. Белем биреү учреждениеларында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса иҫкәртеү эшен ойоштороуға, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге паспорттарының, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса шөғөлләнеү өсөн мөйөштәрҙең һәм майҙансыҡтарҙың булыуына айырыуса иғтибар бүленә.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәйге каникулдар тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары тураһында мәғлүмәт көн дә килеп тора. Улар пассажир, йәйәүле булып та, йә булмаһа автомототранспорт сараһы руле артында төрлө юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәттәр ала.

Ағымдағы йылдың ете айында ғына республикабыҙ юлдарында балалар ҡатнашлығында 189 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 7 бәлиғ булмаған бала һәләк булған һәм 202-һе төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Һеҙгә тағы ла бер тапҡыр мөрәжәғәт итәбеҙ – балаларығыҙға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрөп тороғоҙ, урамда, юлда йөрөгәндә хәүефһеҙ маршрут варианттарын өйрәтегеҙ.  Сөнки юлда үҙеңде тотоу мәҙәниәте бала саҡтан һалына.

Һәр юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы кеше үҙенең яуаплылыҡ күләмен аңларға тейеш. Йәйәүлеләр ҙә, водителдәр ҙә бәлә-ҡазанан имен булһын, һәр кем үҙ тәңгәлендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен!

Л. Алтыншина, ЮХХДИ инспекторы.

Автор:Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас: