Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Август , 09:40

Мототехника ҡулланған балалар һәм ата-әсәләр иғтибарына

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 7 айы эсендә 16 йәштән 18 йәшкә тиклемге мототехника йөрөткән бәлиғ булмаған водителдәргә ҡарата 26 административ материал төҙөлгән.

Мототехника ҡулланған балалар һәм ата-әсәләр иғтибарына
Мототехника ҡулланған балалар һәм ата-әсәләр иғтибарына

16 йәшкә тиклемге водителдәргә РФ Административ Хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 5.35 статьяһының 1-се бүлеге буйынса протоколдар төҙөлөп 17 административ материал ҡаралған. Махсус туҡталҡаға 14 берәмек мототехника ҡуйылған.

Ата-әсәһенә ҡарата мототехника менән идара итеү хоҡуғы булмаған бәлиғ булмаған балаға техника тотторған өсөн РФ Административ Хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 12.7 статьяһының 3-сө өлөшө буйынса 30 мең һум күләмендә штраф һалынған, 12 административ протокол төҙөлгән.

Район биләмәһендә юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү маҡсатында августың 1-енән 31-енә тиклем мототехника ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса саралар үткәрелә. Дәүләт автоинспекцияһы һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия инспекторҙарының иғтибары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған, шул иҫәптән эскән килеш идара иткән, водитель таныҡлығы һәм теркәү документтары булмаған водителдәрҙе, техник яҡтан боҙолған, билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән транспорттарҙы асыҡлауға йүнәлтелә. Закон талаптарына яуап бирмәгән транспорт махсус туҡталҡаларға урынлаштырыла.

Бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса комиссия секретары, Флүзә Ҡаһарманова:

-Ике аҙна һайын ултырыш үткәрәбеҙ. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә мопедта, машинала йәрөгән балаларға һәм ата-әсәләргә ҡарата төҙөлгән протоколдар ебәрә. Һуңғы ваҡытта уҙған ултырыштарҙа 12-шәр протокол ҡараныҡ. 16 йәше тулмаған балаларға ҡарата протокол төҙөлмәй. 16 йәштән өлкәндәргә транспорт менән идара итеүгә хоҡуғы булмағаны өсөн 5 меңдән 15 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Руль артында эскән килеш тотолһа, 30 меңдән башлана. Техникаһы теркәлмәгән булһа, каска кеймәһә - берәр мең һум, хәүефһеҙлек ҡайышы тағылмаһа – 1500 һум штраф һалына. Ата-әсәләр йөҙ һумдан биш йөҙ һумға тиклем штраф түләй. Ҡабаттан тотолғандар бар. Иң аяныслыһы - баланың ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйыла. “Ни хәл итәһең, таптыра бит, бөтәһенеке лә бар, ти, матасты алып бирәһең инде”, - ти ата-әсәләр. Күңелһеҙ осраҡта кем ғәйепле булып ҡала? Бала аҡылы әле тулыһынса үҫешеп етмәгән, ул үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуын аңламай.

Апрель айынан бөгөнгө көнгә тиклем дүрт ай эсендә ата-әсәләргә ҡарата - 21, балаларға ҡарата - 19 протокол төҙөлгән. Киләһе ултырыш 22 августа уҙасаҡ. 11 ата-әсәнең, 3 баланың эше ҡараласаҡ.

Мототехника ҡулланған балалар һәм ата-әсәләр иғтибарына
Мототехника ҡулланған балалар һәм ата-әсәләр иғтибарына
Автор:Айгиз Бурангулов
Читайте нас: