Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Август , 16:31

Юлдарҙа мопедтар һәм скутерҙар арта...

Бөгөнгө заманда үҫмерҙәрҙең яңынан-яңы мауығыуҙары барлыҡҡа килеп тора. Ә уларҙың эҙемтәләре бик трагик һәм хәүефле булыуы ихтимал.

Һуңғы ваҡытта скутерҙар һәм мопедтар бик популыр булып китте. Уларҙың һаны автомобиль юлдарында йылдан-йыл арта ғына бара.
Мопед йәки скутер руле артына ултырып алған юл хәрәкәтенең йәш ҡатнашыусылары йыш ҡына үҙҙәренең хәүефһеҙлеге хаҡында ла онотоп ебәрә. Балаларының йәшен дә, дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарында йөрөү өсөн водитель таныҡлығы кәрәклеген дә, шулай уҡ транспорт сараһы менән идара итеү тәжрибәһе юҡлығын да иғтибарға алмаған ата-әсәләр ҙә хәүеф тураһында уйлап еткермәй, ахыры.
Мопедтарҙа йөрөгәндә башҡа шлем кейеү кәрәклеген дә ата-әсәләр күҙ уңынан ысҡындыра. Ләкин шуны хәтерҙә тоторға кәрәк, бик ҙур булмаған юл-транспорт (ДТП) ваҡиғаһына эләккән хәлдә лә, баланың бик етди тән йәрәхәттәре алыуы, хатта был иғтибарһыҙлыҡ өсөн ғүмере менән түләүе ихтимал.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ололарҙы бәлиғ булмағандарҙың үҙаллы руль артына ултырырға маташыуын контролдә тоторға һәм быны булдырмаҫҡа саҡыра.
Каникул көндәрендә балаларға айырыуса иғтибарлы булырға һәм уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәңәш ителә. Бигерәк тә автомобиль һәм мотоциклдар уларҙы йөрөтөүгә хоҡуҡтары булмаған балалар ҡулына эләкмәҫкә тейеш. Шулай уҡ тейешле рөхсәт ҡағыҙыһыҙ һәм тәжрибәһеҙ скутерҙар менән идара итеүҙе ҡәтғи тыйырға кәрәк.

Автор:Т. Баһауетдинова.
Читайте нас: