Балаларҙың ут менән уйнауы – янғындарҙың ярайһы уҡ киң таралған сәбәбе. Улар ҡарауһыҙ ҡалған саҡта, шырпы алып, ҡағыҙ яндырырға, электр йылытыу приборын тоҡандырырға йәки хатта усаҡ яғырға мөмкин. Бында, әлбиттә, балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырған, шырпыны уларҙан йәшермәгән, балаларының тәртибен контролләмәгән, ҡайһы берҙә уларға шырпы менән уйнарға рөхсәт иткән газ конфоркаһын, мейес, электр приборҙарын тоҡандырырға йәки ҡарап торорға ҡушҡан ата-әсәләр ғәйепле.
Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге бәхетһеҙ осраҡтар булдырмау өсөн ата-әсәләргә түбәндәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа кәңәш итә:
– үҙегеҙ булмағанда балаларға шырпы һәм майшәм менән файҙаланырға рөхсәт итмәгеҙ;
– бәләкәй балаларҙы эшләп торған асыҡ электр приборҙары, камин йәки мейес янында яңғыҙ ҡалдырмағыҙ;
– шырпыны, зажигалканы һәр саҡ үҙегеҙ һатып алығыҙ. Был эште балаға ҡушмағыҙ;
– ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренең телефон һандарын балаларығыҙ менән бергә ятлап алығыҙ.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙың хәүефһеҙлеге иң элек һеҙгә бәйле. Уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!