Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфөләге 9-сы полиция бүлегенә 86 йәшлек пенсионер мөрәжәғәт иткән. Ир кеше билдәһеҙ бурҙарҙан аҡсаһын һаҡларға теләп, мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгеүе хаҡында белдергән. Зыян күреүсе әйтеүенсә, уға билдәһеҙ кеше шылтырата һәм пенсионерҙың өйҙә һаҡлаған аҡсаларына, йәнһе лә, хәүеф янауы һәм уларҙы ашығыс рәүештә ҡотҡарырға кәрәк икәнлеге хаҡында әйткән. Оло йәштәге ир кеше бурҙың һүҙҙәренә ышана һәм ул әйткәндәргә риза була. Шул рәүешле ул бурҙар ебәргән курьерға 490 мең һум аҡсаһын биреп ебәргән.
Салауат ҡалаһында йәшәүсе 64 йәшлек ханым да телефон аша эш итеүсе бурҙар ҡармағына ҡапҡан. Ҡатындың һүҙҙәренә ҡарағанда, уға башта, йәнәһе лә, пенсия фонды хеҙмәткәре, унан банк менеджеры шылтыратҡан. Шылтыратыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса ҡатын ялған “белгестәргә” үҙенең карталағы аҡсаһын – 245 мең һумын, йәнәһе лә, банк иҫәбен сит кешеләрҙән хәүефһеҙ итер өсөн, аферистар күрһәткән иҫәпкә күсергән.
Өфөләге 8-се полиция бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән 64 йәшлек пенсионерка мөрәжәғәт иткән. Ҡатын әйтеүенсә, уға “инвестиция компанияһы” хеҙмәткәре уның йыйынтыҡ аҡсаларын арттырыу тәҡдиме менән шылтыратҡан. Ханым, “белгескә” ышанып, уның шарттары менән килешкән һәм телефондан әйтелгән һанға – бурҙарҙың иҫәбенә 9,5 мең һум аҡсаһын күсергән. Бынан һуң, аҡсалар кеүек үк, шылтыратыусы ла юғалған .
Әлеге ваҡытта был факттар бубйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса (“Мошенничество”) енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Хөрмәтле дуҫтар! Ят кешеләрҙең шылтыратыуына яуап бирмәгеҙ, улар әйткән операцияларҙы башҡармағыҙ. Телефонығыҙҙы һүндерегеҙ һәм һөйләшеүҙе башҡа дауам итмәгеҙ.