Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Август , 10:00

Телефон аша таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ, яҙышмағыҙ!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең дежур бүлегенә Бөрйән районының Б. ауылында йәшәүсе гражданка Г.  үҙенә ҡарата мутлашыу осрағы булыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Хәл былай булған.

Телефон аша таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ, яҙышмағыҙ!
Телефон аша таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ, яҙышмағыҙ!

Ағымдағы  йылдың 17 июлендә билдәһеҙ кеше, Телеграмм мессенджерын ҡулланып, Г-ға криптовалютаға инвестициялау тураһында тәҡдим яһаған һәм уны һылтанма (ссылка) буйынса биржаның ботына инергә күндергән.

Шул рәүешлә бурҙар ПАО ВТБ һәм Сбер-ҙың онлайн ҡушымталары  аша күсереү юлы менән гражданканың 35 500 һум аҡсаһын урлаған.

Райондашыбыҙ бында ниндәйҙер ҡырын ниәт барлығын аңғарып ҡалғас, бурҙар уға: “Чей Крым!” тигән хәбәр ебәргәндәр һәм цензураһыҙ һүҙҙәр менән кәмһеткәндәр.

Хөрмәтле райондаштар! Был мәғлүмәтте үҙегеҙҙең яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ, таныштарығыҙ араһында мөмкин тиклем күберәк таратығыҙ. Мутлашыуҙың был төрө хаҡында мәғлүмәт биреп, һеҙ кемдәрҙелер бурҙар тоҙағынан ҡотҡарып алып ҡаласаҡһығыҙ.

Таныш булмаған кешеләр менән телефон буйыныса һәр төрлө мессенджерҙар аша һөйләшмәгеҙ, яҙышмағыҙ!

Бурҙарҙың алдау ысулдары күп төрлө, ләкин һөҙөмтә бер үк – улар менән аралашҡандан һуң һеҙ аҡсаһыҙ  ҡалыуығыҙ һәм хатта, улар әйткәнде үтәп, кредит алып, банктар алдында бурысҡа батыуығыҙ мөмкин.

Беҙҙең кәңәш – таныш булмаған кеше шылтыратһа, шунда уҡ телефонығыҙҙы һүндерегеҙ һәм был номерҙы ҡара исемлеккә индерегеҙ!

(Мәғлүмәт Бөрйән районы буйынса полициия бүлексәһенән алынды).

Телефон аша таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ, яҙышмағыҙ!
Телефон аша таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ, яҙышмағыҙ!
Телефон аша таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ, яҙышмағыҙ!
Телефон аша таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ, яҙышмағыҙ!
Телефон аша таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ, яҙышмағыҙ!
Телефон аша таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ, яҙышмағыҙ!
Телефон аша таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмәгеҙ, яҙышмағыҙ!
Автор:
Читайте нас: