Башҡортостанда ташҡындан 22 саҡрым юл, 18 күпер, 3 һыу үткәреүсе торба зыян күргән. Был хаҡта Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
«Беҙ 7 муниципалитет – Баймаҡ, Белорет, Йәрмәкәй, Йылайыр, Әбйәлил, Учалы, Салауат райондары менән эшләйбеҙ. Беҙ әле зыян күләмен баһалайбыҙ. Хәҙер был сумма 67 миллион һум тирәһе. Әммә зыянды тулыһынса баһалау өсөн һыуҙың сигенеүен көтәбеҙ», – тине Любовь Минакова.
Уның әйтеүенсә, киләһе аҙнала территориаль заказ әҙерләнәсәк һәм муниципалитеттарға аҡса тапшырыласаҡ.