+1 °С
Болотло
Хәбәр итеүебеҙсә, Татарстандан 28 июлдә 35 кешенән торған туристар төркөмө Бөрйәнгә ял итергә килгән булған. Ағиҙел йылғаһы буйлап катамарандарҙа йөҙөп барғанда Мәндәғол ауылына етеп барған ерҙәрәк бер ир кеше һыуға төшөп киткән сумкаһын алырға һыуға төшә һәм ғәйеп була. Яр Саллы ҡалаһынан килгән 50 йәшлек ир ҡотҡарыу жилеты ла кеймәгән була.
Ҡотҡарыусылар туҡтаһыҙ эҙләү эшәтерә менән булышты. Һигеҙ көндән һуң уны кәүҙәһен Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары тапҡан.
Сығанаҡ: МЧС.