Йылғаларҙа һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе уларҙың ағышының тиҙлеге артыуға ла килтерҙе. Был йылға буйлап кәмәләрҙә йөҙөргә яратыусылар өсөн хәүефте бермә-бер көсәйтте. Ялдың бындай төрөн яратыусыларға һыуҙың бер ни тиклем кәмеүен көтөү яҡшыраҡ булыр ине лә...
Туристик походтарҙан, йылғалар буйлап кәмәләрҙә һалағыш ойоштороуҙан тыйылып торорға тип алдан әллә күпме иҫкәртеүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, район биләмәһендә Татарстандан килгән турист ҡатнашлығында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде.
35 кешенән торған туристар төркөмө Ағиҙел йылғаһы буйлап катамарандарҙа һалағышҡа юлланған булған. Башҡа туристарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, алкоголь ҡулланған ир-егет һыуға төшөп киткән сумкаһы артынан һыуға һикергән һәм кире сыға алмаған. Өҫтәүенә, һаҡланыу жилеты (спасательный жилет) кеймәгән булған.
Әлеге ваҡытта эҙләү дауам итә. Өфө ҡалаһынан водолаздар саҡырылған.
Уважаемые жители и гости района! Будьте благоразумны. Ваша безопасность-ваша ответственность!
В связи с неблагоприятным прогнозом погоды просим вас воздержаться от проведения сплавов, походов в горы и других видов туристического отдыха.
Если вы все же решили отправиться в поход необходимо заблаговременно сообщить в МЧС России о своем туристическом маршруте. Это нужно для того, чтобы в случае экстренной ситуации спасатели оперативно пришли к вам на помощь.
Если отдыхаете рядом с водоёмом, не оставляйте детей без присмотра. Не ныряйте в незнакомых местах. Находясь в лодке, или на катамаране обязательно надевайте спасательный жилет.
Будьте внимательны и осторожны. При возникновении экстренной ситуации звоните по номеру 112.