Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Июль , 16:00

Терроризм – етди енәйәт

 Ойошҡан кешеләр төркөмө, көс ҡулланыу юлы менән үҙ маҡсатына өлгәшергә тырыша. Улар халыҡ күп йөрөгән урында шартлауҙар ойоштора, ҡорал ҡуллана һәм тотҡонға ала. Йыш ҡына ҡорбандары – ғәйепһеҙ кешеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында балалар ҙа бар.  

Терроризм – етди енәйәт
Терроризм – етди енәйәт
 
Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында бынан 15 йыл элек – 2004 йылдың 1-3 сентябрендә булған ҡот осҡос хәлде иҫләйһегеҙҙер. Яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһынан һуң, террорсылар 1128 тотҡондо мина һалынған бинанан сығармай тота, уларҙың күбеһе балалар була. Ата-әсәләр, уҡытыусылар аманатлыҡҡа алынып, ике көн буйына бик ауыр шарттарҙа – үлем менән йәшәү араһында була. Махсус операция һөҙөмтәһендә әсирҙәрҙең күпселеге азат ителә, әммә 314 кеше ҡорбан була, уларҙың 186-һы - балалар ине.
 

Террорсылар нисек эш итә?

Башлыса мөһим объекттарҙы, сауҙа үҙәктәрен, күңел асыу урындарын, көнкүреш биналарын, транспорт һәм күперҙәрҙе шартлатыу, яндырыу, кешеләрҙе тотҡонға алыу, ҡоралдан атыу, ағыулау, күпләп ҡурҡытыу тойғоһо уятыу алымдарын ҡулланалар.

Тап ошоларҙы күҙ уңында тотоп, 1998 йылдың июлендә Терроризмға ҡаршы көрәш тураһындағы федераль закон ҡабул ителде. Ул Рәсәй Федерацияһында терроризмға ҡаршы көрәштең хоҡуҡи һәм ойоштороу нигеҙен билдәләй һәм, уны тормошҡа ашырыуға бәйле, граждандарҙың хоҡуҡтары, бурыстары һәм гарантиялары тураһында һөйләй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, терроризм осраҡтары арта, үҙенең масштабы, көтөлмәгәнлеге һәм социаль-сәйәси проблемаларҙың эҙемтәләре буйынса иң хәүефлеләрҙең береһе тип һанала. 26 сентябрҙә Ижевск ҡалаһының 88-се мәктәбендә бер әҙәмдең мәктәпкә инеп, ҡорал ҡулланыуына бәйле, 17 кеше һәләк булды, шуларҙың 11-е – балалар.

Яңы фажиғәләрҙе нисек булдырмаҫҡа?

Белем биреү учреждениелары  балалар өсөн хәүефһеҙлек шарттары тыуҙырырға тейеш, был “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тура­һында” Федераль законда беркетел­гән. Уҡыу йортонда хәүефһеҙлек сигнализацияһы, үҙәкләштерелгән һаҡ пультынан тоташтырылған хәүеф төймәһе, видеокүҙәтеү, һаҡлау посы булыуы шарт. Мәктәптә турникет, инеү-сығыу контроле һәм идара системаһы ла – хәүефһеҙлек талаптарының бер шарты. Былар Рәсәй Федерацияһының Милли стандартына индерелгән.

Аманатҡа алынғанда хәүеф­һеҙлек саралары

- Ҡаһарманлыҡ күрһәтергә маташма, һеҙ  енәйәтсе менән эш итәһегеҙ һәм тағы бер үлем уны туҡтатмаясаҡ.

- Тотҡондарға ҡаршы физик көс ҡулланыуҙан тыш, психологик тетрәнеү ҙә өҫтәлә.

- Аманатҡа алынһағыҙ, хәлде анализлап, күңелһеҙ уйҙарҙан арынығыҙ. Ҡайҙа булғанығыҙҙы асыҡлағыҙ, ҡасыу юлдарын, янғын сыҡҡан осраҡта йәшенергә мөмкин булған урынды билдәләгеҙ.

- Дөйөм төркөмдән айырылмағыҙ, енәйәтселәргә һорау бирмәгеҙ, янамағыҙ.

- Террорсыларҙы ентекләп ҡарағыҙ, уларҙың психик торошон, ҡоралын баһалағыҙ, сигенеү юлдары тураһында уйлағыҙ.

Һеҙҙе азат итеү операцияһы башланғанын аңлаһағыҙ, йүгермәгеҙ, ҡысҡырмағыҙ, аяғөҫтө тормағыҙ, иҙәндә башығыҙҙы ҡул, терһәктәр менән ҡабырғаларҙы ҡаплағыҙ.

Махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрҙең бойороғонан башҡа бер нәмә лә эшләмәгеҙ, юғиһә уларҙың эшенә ҡамасауларға мөмкин. Операция тамамланғансы, бүлмәнән сыҡмағыҙ.

Бүлмәлә газ ҡулланылһа, күҙҙәрҙе йомоп ятығыҙ, танау, тын алыу юлдарын яулыҡ, еңле куртка, баш кейеме менән ябығыҙ. Уңышлы һөҙөмтәгә ышанысты юғалтмағыҙ.

 
Терроризм нигеҙендә көтөлмәгәнлек, ғауға ҡуптарыу һәм кешегә ҡарата ҡанһыҙлыҡ тора. Һәр кем гражданлыҡ уяулығы һәм иғтибарлыҡ һаҡлауҙың терроризмға ҡаршы төп ҡорал булыуын аңларға тейеш.
 
Илебеҙ тыныс булһын, бәлә-ҡазалар, көтөлмәгән бәхетһеҙлектәр беҙҙең һәммәбеҙҙе урап үтһен.
Автор:Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас: