Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Июль , 12:30

Күперҙе һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам күрһәткәндәр

Яңы Усман ауылы һыулаған Бетерә йылғаһы ташҡан мәлдә уның аша һалынған күперҙе һаҡлап алып ҡалыуҙа ярҙам иткәндәргә район хакимиәте башлығы рәхмәт белдерҙе.

Күперҙе һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам күрһәткәндәр
Күперҙе һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам күрһәткәндәр

-Һуңғы арала өҙлөкһөҙ тигәндәй барған ҡойма ямғырҙар беҙҙең районда ла йылғаларҙың ҡапыл ташыуына, һыуҙың ярҙарынан сығып, түбән урындарҙы һыу баҫыуына алып килде.

Һуңғы яуындарҙа йылға ташып, Байғаҙы ауылында күпер ағып китте. Яңы Усман ауылында ла Бетерә йылғаһы ташып, күпер аша аға башлап, хәүефле хәл барлыҡҡа килә. Ошо мәлдә күперҙе һаҡлап ҡалыуҙа әүҙем ярҙам күрһәткән аталы-уллы Ҡадир һәм Морат Ҡаһармановтарға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Ағып килгән ағастарҙы манипулятор ярҙамында купергә ебәрмәй алып торалар, үҙҙәренән блок алып килеп күперҙе нығытыу сараһын күрәләр. Көслө йылға ташҡынына күперҙе боҙорға юл куймайҙар. Элеге мәлдә юл ремонтлау-төҙөү идаралығы тарафынан бер КамАЗ машинаһы эре таштар ебәрелеп, күперҙе нығытыу эштәре дауам итә.
Әйткәндәй, 12 июлдән 13-өнә тиклем Башҡортостандың күпселек райондарында оҙайлы, көслө ямғырҙар көтөлә. Бәлә -ҡазаларҙан һаҡ булайыҡ, райондаштар!

(район хакимиәте башлығы Ғ. Манаповтың сәхифәһенән).

Күперҙе һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам күрһәткәндәр
Күперҙе һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам күрһәткәндәр
Автор:
Читайте нас: