Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Июль , 12:05

Танышыу сайтында 3 миллион һумға алданған

Стәрлетамаҡ полицияһына урында йәшәүсе ханым аҡса урлау тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, ҡатын танышыу сайтында аралашҡан мәлдә аферист тоҙағына эләккән.

Танышыу сайтында 3 миллион һумға алданған
Танышыу сайтында 3 миллион һумға алданған

Ҡорбан яман ниәттә эш итеүсе менән интернетта яҙышҡан, аралашҡан. Ир кеше, таҫма телләнеп, ҡатындың ышанысын яулап алған. Артабан, ҡатынға шылтыратып, тиҙ аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Тик бының өсөн инвестиция иҫәбенә аҡса һалырға кәрәк, тигән. Тиҙ ышанып барыусы ҡатын банкка барып, 2 миллион 600 мең һумға кредит алған. Был суммаға үҙенең 350 мең һум йыйынтыҡтарын да ҡушҡан.

-Аферистар үҙҙәренең ҡорбандары менән, нигеҙҙә, интернетта бәйләнешкә сыға. Улар унда документтар ебәреүе йәки видеобәйләнеш буйынса бәйләнешкә сығыуҙары мөмкин. Ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта хоҡуҡ һаҡлау органдарының формаһын кейеүҙәре лә ихтимал. Бөтә был ғәмәлдәр ҡайһы бер граждандарҙы ышанырға мәжбүр итә. Ләкин былар барыһы ла ялған, - тип иҫкәртәләр Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: