Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Июль , 08:30

Һаҡ булығыҙ: бурҙар яңы схема ҡуллана башлаған

Һуңғы ваҡытта телефон аша аҡса урлаусылар (мошенники) “хеҙмәт стажын ҡайтанан иҫәпләү” тигән схема менән бик әүҙем ҡулланалар. Улар пенсионерҙарға шылтыратып, үҙҙәрен Социаль фонд хеҙмәткәре тип таныталар һәм оло йәштәгеләрҙе, һеҙҙең иҫәпкә алынмаған хеҙмәт стажығыҙ килеп сыҡты, шуға күрә пенсияғыҙҙың күләмен байтаҡҡа арттырырға мөмкин, тип алдайҙар.

Һаҡ булығыҙ:  бурҙар яңы схема ҡуллана башлаған
Һаҡ булығыҙ: бурҙар яңы схема ҡуллана башлаған

Был алдыҡ хәбәргә ышанып, һаман да телефонын һүндермәгән кешеләрҙе артабан фондҡа килергә саҡыралар. Шуныһы – улар реаль булған адрестарҙы әйтәләр һәм шуның менән граждандарҙың ышанысын яулап, уларҙың шиктәрен тараталар.

Һәм иң мөһим мәл етә – фондҡа ҡабул ителеүгә яҙылыу өсөн пенсионер бурҙарға телефон аша паспортының, СНИЛС, ИНН-дарының мәғлүмәттәрен һәм пенсионерҙың телефонына СМС аша килгән кодты әйтергә тейеш.

Ә был мәғлүмәттәр бурҙарға кешенең Дәүләт хеҙмәтендәге иҫәп яҙыуҙарына инер өсөн кәрәк. Шул рәүешле был хеҙмәткә инеү мөмкинлеген алғас, улар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ шул граждан исеменә кредит йәки займ алыу мөмкинлегенә эйә булалар һәм шулай эшләйҙәр ҙә.

Социаль фондта аңлаталар – дәүләт хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре граждандарға үҙҙәре шылтыратмай.

Социаль фондҡа (элекке – Пенсия фонды) һорауҙарығыҙ булһа, түбәндәге телефон аша үҙегеҙ шылтырата йәки Социаль фондтың  үҙегеҙгә яҡын булған бүлексәһенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 8-800-10-000-01.

-Үҙегеҙҙең өлкән йәштәге туғандарығыҙға аңлатығыҙ - телефон аша бер кем менән дә аҡса темаһына һөйләшергә ярамай, - тип иҫкәртәләр Социаль фонд белгестәре. 

Тағы ла бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ – таныш булмаған номерҙан шылтыратып, аҡса тураһында һүҙ башлайҙар икән, шунда уҡ телефонығыҙҙы һүндереп ҡуйыу яҡшыраҡ булыр. Таныш булмаған номерҙарға яуап бирмәү тағы ла яҡшыраҡ.

"Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: