Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Июнь , 17:00

Уҙған тәүлектә аҡса бурҙары 20 миллион һумға байыған

43 йәшлек иргә апрель аҙағынан алып билдәһеҙ шылтыратыуҙар килә башлаған.

Уҙған тәүлектә аҡса бурҙары 20 миллион һумға байыған
Уҙған тәүлектә аҡса бурҙары 20 миллион һумға байыған

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә 24 мутлашыу осрағы тураһында мәғлүмәт килгән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Борай районы буйынса бүлегенә ғариза килгән. Борай ауылында йәшәгән 43 йәшлек иргә апрель аҙағынан билдәһеҙ шылтыратыуҙар килә башлаған. Ул үҙен биржа инвестициялары буйынса менеджер булып таныштырған. Зыян күреүсегә ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур эш хаҡы вәғәҙә итә, ләкин стартап өсөн билдәле бер сумманы индерергә кәрәк була. Ике ай дауамында зыян күреүсегә махсус ҡушымта аша финанстар үҫешенең графигын имитациялағандар. Ир кеше йыйылған аҡсаһын сығартып алырға теләһә лә, бер нимә лә килеп сыҡмаған, сөнки «тағы ла аҡса һалырға кәрәк», «страховканы түләргә кәрәк» тигән һәм башҡа бик күп уйлап сығарылған сәбәптәр барлыҡҡа килә башлаған.

Ялған брокерҙар ҡулына 6,7 миллион һумдан ашыу аҡса тапшырылған, шуларҙың 6 миллиондан ашыуы - кредит, 600 мең һумы - шәхси һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса, ә 70 меңдән ашыуын ул таныштарынан займға алған. Шулай итеп, «инвестор» аҡсаһыҙ һәм ҙур бурыслы булып ҡалған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Илеш районы буйынса бүлегенә 58 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсегә 10 көн дауамында билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙар һәм СМС-тар килгән. Аферистар үҙҙәрен банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре итеп таныштырған. Ир кешене шәхси мәғлүмәттәренең ситкә китеү хәүефе аҫтында булыуына һәм мутлашыусыларҙың уның исеменә кредит алырға йыйыныуҙарына ышандыралар. Уйлап сығарылған мутлашыусыларҙан «ҡотолоу» өсөн шылтыратыусылар ауыл кешеһенә үҙенә кредит алырға һәм аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә тәҡдим итә. Ир 1 миллион 600 мең һумдан ашыу суммаға кредит, шулай уҡ 150 мең һумдан ашыу займ алған. Бөтә аҡса мутлашыусылар күрһәткән иҫәпкә күсерелгән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, билдәһеҙ кешеләр менән телефондан һөйләшкәндә йәки мессенджерҙарҙа һаҡ булығыҙ. Тиҙ аҡса эшләү вәғәҙәләренә ышанмағыҙ. Таныш булмағандарға аҡса күсермәгеҙ!

Уҙған тәүлектә аҡса бурҙары 20 миллион һумға байыған
Уҙған тәүлектә аҡса бурҙары 20 миллион һумға байыған
Автор:Анастасия Штерн, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: