Хәүефһеҙлек
20 Июнь 2024, 11:45

Балаларҙың йәйге ялы хәүефһеҙ үтһен!

Балаларҙы үҙҙәрен һаҡларға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтергә кәрәк.

Балаларҙың йәйге ялы хәүефһеҙ үтһен!Балаларҙың йәйге ялы хәүефһеҙ үтһен!
Балаларҙың йәйге ялы хәүефһеҙ үтһен!

Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина 1 июндән 31 авгусҡа тиклем “Хәүефһеҙ балалсаҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы иғлан ителеүе тураһында хәбәр итте.

  • Йәйге осорҙа һәр баланың ялы файҙалы һәм хәүефһеҙ ойошторолорға тейеш. Мәҫәлән, үҫмерҙәр клубына, китапханаларға йөрөтөргә, үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырырға мөмкин. Тағы ла иң мөһиме – балаларҙы үҙҙәрен һаҡларға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтергә кәрәк. Хәүеф янаған осраҡта ниндәй телефон һандарына шылтыратырға, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында үҙеңде нисек тоторға, таныш булмаған кешеләр менән нисек аралашырға икәнен ата-әсәләр һәм класс етәкселәре аңлатырға тейеш. Ата-әсәләргә балалар менән йөрөгәндә, мәҫәлән, тәбиғәткә сыҡҡанда аптечка алып йөрөү ғәҙәтен индерергә кәрәк. Балалар – беҙҙең киләсәк һәм иң кәрәкле кешеләребеҙ. Әйҙәгеҙ уларҙы һаҡлау, яҡлау өсөн бергәләп тырышайыҡ. Йәйге каникулдар, улар өсөн дә, беҙҙең өсөн дә тыныс, файҙалы һәм иң мөһиме хәүефһеҙ үтһен, - тип белдерҙе Ольга Юрьевна.
Автор:Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас