Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Июнь , 12:00

Янғын иҫкәрткес бәләнән ҡотҡарыр

Төтөн хаҡында иҫкәртеүсе автономлы прибор (АДПИ) - төтөндө иҫкәртеүсе ҙур булмаған прибор. Ул автономлы туҡланыу сығанағынан һәм янғынды иртә асыҡлау һәм уның тураһында туранан-тура хәбәр итеү өсөн кәрәкле компоненттарҙан тора. Ҡыҫҡаһы, төтөн был ҡоролмаға эләккәндә, прибор тауыш сигналы бирә.

Янғын иҫкәрткес бәләнән ҡотҡарыр
Янғын иҫкәрткес бәләнән ҡотҡарыр

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Белорет ҡалаһындағы янғындарҙы иҫкәртеү төркөмө хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы, төтөн хаҡында иҫкәртеүсе автономлы прибор (АДПИ) ярҙамында 1128 кешенең ғүмере һаҡлап алып ҡалынған, шуларҙың 432-һе - балалар.
Янғындарҙың күбеһе көнкүрештә сыға. Шул уҡ ваҡытта янғындарҙың яртыһынан ашыуы кешенең йоҡлаған ваҡытына тура килә, сөнки төшөндә ул төтөн еҫен һиҙмәй. Һәм бында янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамға килә.


Ниндәй прибор ул?


Төтөн хаҡында иҫкәртеүсе автономлы прибор (АДПИ) - төтөндө иҫкәртеүсе ҙур булмаған прибор. Ул автономлы туҡланыу сығанағынан һәм янғынды иртә асыҡлау һәм уның тураһында туранан-тура хәбәр итеү өсөн кәрәкле компоненттарҙан тора. Ҡыҫҡаһы, төтөн был ҡоролмаға эләккәндә, прибор тауыш сигналы бирә.


Нисек һәм ҡайҙа ҡуйырға?


Иҫкәртеүсе ҡоролмалар кешеләр йоҡлаған урындарҙа ҡуйыла. Үҙеңдең хәүефһеҙлегеңә ышаныу өсөн стандарт ике бүлмәле фатирҙа өс иҫкәрткес ҡуйырға тәҡдим ителә: торлаҡ бүлмәлә ике ҡоролма һәм коридорҙа берәүһе. Әммә ишектән алыҫта булырға тейеш.

Шәхси йортта ла шундай уҡ принцип. Шулай уҡ ҡаҙанлыҡта ла иҫкәртеүсе прибор артыҡ булмаясаҡ. Ә бына аш-һыу бүлмәһендә плитәлә әҙерләнгән аҙыҡтың парға әйләнеүе тиҙ арала датчикты сафтан сығара, был иһә йыш ҡына ялған иҫкәртеүгә килтерә.


Иҫкәртеү ҡоролмаһын ҡуйыу ябай һәм бер нисә минут ҡына ваҡытты ала. АДПИ комплектында уны нығытыу өсөн кәрәкле запас частар һәм ентекле инструкция бар.
Ҡағиҙә булараҡ, АДПИ торлаҡтың уртаһында түшәмдә урынлаштырыла. Әгәр фатирҙа тарттырылған түшәмдәр бар икән, иҫкәртеү ҡоролмаһын стенаға, мөмкин тиклем түшәмгә яҡыныраҡ беркетергә мөмкин.

Был файҙалы ҡорамалдар бер ниндәй ҙә ҡатмарлы хеҙмәтләндереү талап итмәй. Йылына бер тапҡыр батарейканы - «кронаны» ғына алмаштырырға кәрәк. Сифатлы батарейкалар һайлағыҙ.


Иҫкәртеү ҡоролмаһы ике осраҡта: батарейка ултырғанда һәм төтөн ингәндә тауыш сығара. Был сигналдар бер-береһенән айырыла. Әгәр иҫкәртеүсе ҡоролмағыҙ ваҡыты-ваҡыты менән көслө булмаған тауыш биреп ала икән, тимәк, туҡланыу элементын алмаштырырға кәрәк. Әгәр ҡоролмаға төтөн эләкһә, сигнал ҡырҡа һәм оҙон буласаҡ, уны ишетмәү мөмкин түгел.

Ҡоролма башлыса төнгө ваҡытҡа иҫәпләнгән. Кешеләр йоҡлағанда төтөн еҫен һиҙмәүҙәре бар, ә тауыш сигналы уларҙы уята. Хәйер, күршеләр иҫкәртеү ҡоролмаһының сигналын ишетеп, янғын һүндереүселәрҙе саҡырған һәм шул рәүешле кешенең ғүмерен ҡотҡарған осраҡтар булған.


Әгәр иҫкәртеү ҡоролмаһы эшләп китһә, ни эшләргә?


АДПИ-ның эшләй башлау сәбәптәрен билдәләргә кәрәк. Янғын башланған осраҡта, хәлде баһаларға һәм янғынды үҙ аллы һүндереү мөмкинлеге булмағанда, иң яҡшыһы ҡотҡарыу хеҙмәте номерын йыйыу һәм артабан диспетчерҙарҙың инструкцияларын аныҡ үтәү.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Янғын башланған осраҡта 101 йәки 112 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.


И.И. Аккучуков,
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге инструкторы.

Автор:
Читайте нас: