Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Июнь , 14:35

Һыйырҙарҙы йәшен атҡан

Кисә Ғәлиәкбәр ауылында һыйыр малдарын йәшен атҡан. Ҡара ергә имен-аман аяҡ баҫып, йәш үләнгән морон төрткән малдар әрәм булған.

Һыйырҙарҙы йәшен атҡан
Һыйырҙарҙы йәшен атҡан

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләрен тәҡдим итә:

 

Асыҡ урында һәм һыу буйында ҡалырға тырышмағыҙ. 

    

Асыҡ яланда булһағыҙ, сүгәләп ултырығыҙ ҙа эмбрион рәүешен алығыҙ, аяҡтар бергә булһын.

 

Металл әйберҙәргә ҡағылмағыҙ - кеҫәгеҙҙәге асҡыс, ваҡ аҡса һәм башҡа тимер әйберҙәрегеҙҙе бер нисә метр алыҫлыҡҡа һалып тороғоҙ.

   

Ағас төбөндә тормағыҙ. Aғac яынан ике -өс метрҙан артығыраҡ араға китеп тороу хәйерлерәк. 

    

Зонт аҫтында тормағыҙ, ҡулығыҙҙа ҡармаҡ, тырма, көрәк, һәнәк, шампур, мылтыҡ булмаһын, сөнки был әйберҙәр йәшенде үҙенә тарта. 

    

Кеҫә телефонынан һөйләшмәгеҙ, уны бөтөнләй һүндерегеҙ: ул ебәргән һәм ҡабул иткән радиотулҡындар йәшенде үҙенә йәлеп итеүе бар.

   

Электропроводтарға, йәшенде кире ҡағыусы ҡоролмаларға, водостоктарға, антенаға яҡын тормағыҙ. 

    

Өйҙә булһағыҙ, телевизор, радио, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ.Тәҙрә эргәһендә тормағыҙ. Мейескә ут яҡмағыҙ.

   

Йәшенле ямғыр үтеп киткәнен туҡтап торған машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин. Транспорт сараһы эсенә йәшен үтеп инмәй, тик тәҙрәләрҙе ябырға, радиоприемниктың антеннаһын төшөрөргә кәрәк.

 

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!

Ябай хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен үтәү һеҙҙең һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡаласаҡ.

 

Һыйырҙарҙы йәшен атҡан
Һыйырҙарҙы йәшен атҡан
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: