Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Май , 18:00

Беҙ наркотикка ҡаршы

2024 йылдың 26 июнендә билдәләнәсәк Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнөнә арналған барлыҡ саралар мәғариф һәм йәштәр ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары һәм иҫкәртеү субъекттары менән берлектә ойоштороласаҡ.

Беҙ  наркотикка ҡаршы
Беҙ наркотикка ҡаршы

Район хакимиәтенең 2024 йылдың 14 майындағы 157-р һанлы ҡарарына ярашлы, Бөрйән районы биләмәһендә наркотиктарға ҡаршы айлыҡ уҙғарыла. Уның төп бурыстары - наркомания һәм наркомания менән бәйле енәйәтселек проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү, бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙе наркотиктарҙың кире эҙемтәләре һәм уларҙың законһыҙ әйләнешендә ҡатнашҡан өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртеү кимәлен күтәреү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, балалар һәм йәштәр менән наркотиктарға ҡаршы комплекслы профилактик эш ойоштороу.
2024 йылдың 26 июнендә билдәләнәсәк Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнөнә арналған барлыҡ саралар мәғариф һәм йәштәр ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары һәм иҫкәртеү субъекттары менән берлектә ойоштороласаҡ:
- дөйөм белем биреү ойошмаларында үҙ һаулығына яуаплы мөнәсәбәт булдырыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, бәлиғ булмағандарҙа тәмәке тартыуға, алкоголизмға, наркотиктар ҡулланыуға негатив ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән профилактик әңгәмәләр, лекциялар, тренингтар үткәреү, наркотиктарға ҡаршы видеороликтар күрһәтеү;
- һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында бушлай, аноним консультациялар һәм сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса тәҡдимдәр, шул иҫәптән табип-нарколог һәм медицина психологы консультациялары биреү маҡсатында “Асыҡ ишектәр көнө” акцияһы, китап күргәҙмәләре, “Наркологҡа һорау бир” акцияһы сиктәрендә “Ышаныс телефоны”, наркотиктарға ҡаршы тематикаға мәғлүмәт стендтары ойоштороу;
-мәктәптәрҙә көндөҙгө һәм йәйге ял лагерҙарында балалар араһында профилактик саралар үткәреү һ.б.
Статистика раҫлауынса, наркотиктар ҡармағына, нигеҙҙә, көсһөҙ, ауыр холоҡло, дөрөҫлөктән ҡасыусы балалар эләгә.
Наркотик кешене физик яҡтан ғына зәғифләндермәй, уның рухын да көсһөҙләндерә, үлемгә этәрә. Наркотик кешенең ихтыярын юҡҡа сығара, һындыра, энергияһын ҡаҡшата. Был сиргә ҡаршы берҙәм көрәш алып бармаһак, кешелектең киләсәгенә кәртә ҡуйыласаҡ. Шәхес булараҡ, кеше булараҡ юҡҡа сығаһың килмәһә - ҡулланма!
Р. Байымов әҙерләне.

Автор:
Читайте нас: