Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Апрель , 12:20

Барлыҡ СИМ-карталарҙың да яраҡлылыҡ ваҡыты сикһеҙ. Уларҙы күпме ҡулланһаң да була, оҙайтыу талап ителмәй

Әгәр үҙҙәрен кеҫә телефондары операторы тип танытып, һеҙгә шылтыратһалар һәм һеҙҙең СИМ-картағыҙҙың яраҡлылыҡ срогы сыҡты, тип уны оҙайтырға тәҡдим итһәләр, ышанмағыҙ, улар мошенниктар.

Беҙҙең райондаштар араһында ла әленән-әле мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр табылып тора. Мәҫәлән, 16 апрелдә 44 йәшлек ҡатын кешегә үҙен МТС операторы тип танышытырып кемдер шылтырата һәм СИМ-картаһының ваҡытын оҙайтырға кәрәклеген әйтә. Яҡташыбыҙ ризалаша. Артабан уға “Дәүләт хеҙмәттәре” (Госуслуги) порталынан код менән смс-тар килә башлай. Был кодтарҙы ҡатын кеше “операторға” еткерә. Мошенник-оператор был кодтар ярҙамында яҡташыбыҙҙың “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге шәхси кабинетына керә һәм уның 100 000 һум күләмендәге аҡсаһын урлай. Һуңғараҡ төрлө банктарҙан ҡатын исеменә кредит алып маташа.

Хөрмәтле райондаштар!

Барлыҡ СИМ-карталарҙың да яраҡлылыҡ ваҡыты сикһеҙ. Уларҙы күпме ҡулланһаң да була, оҙайтыу талап ителмәй.

Әгәр үҙҙәрен кеҫә телефондары операторы тип танытып, һеҙгә шылтыратһалар һәм һеҙҙең СИМ-картағыҙҙың яраҡлылыҡ срогы сыҡты, тип уны оҙайтырға тәҡдим итһәләр, ышанмағыҙ, улар мошенниктар.

Шулай уҡ банк, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре (ФСБ, МВД, полиция, тәфтишселәр) интернет мессенджерҙарын ҡулланып һеҙгә шылтыратмай, үҙҙәренең хеҙмәт танытмаларының скринын ебәрмәй.

Ысын банк хеҙмәткәре һәм хәүефһеҙлек хеҙмәткәре һеҙҙең фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен белә. Улар банкоматтан аҡса алып, уны икенсе иҫәпкә күсереүҙе һорамасаҡ.

Хөрмәтле райондаштар! Тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: таныш булмаған номерҙарҙан килгән шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ, сит кешеләр менән телефон аша аҡсаға бәйле бер ниндәй ҙә ғәмәлдәр башҡармағыҙ. Мутлашыусылар һеҙҙең аҡсағыҙҙы урлар өсөн яңынан-яңы ысулдар уйлап табып тора – шуны онотмағыҙ.

Район эске эштәр бүлексәһе материалдарын файҙаланып, Г. Хафизова әҙерләне

Барлыҡ СИМ-карталарҙың да яраҡлылыҡ ваҡыты сикһеҙ. Уларҙы күпме ҡулланһаң да була, оҙайтыу талап ителмәй
Барлыҡ СИМ-карталарҙың да яраҡлылыҡ ваҡыты сикһеҙ. Уларҙы күпме ҡулланһаң да була, оҙайтыу талап ителмәй
Барлыҡ СИМ-карталарҙың да яраҡлылыҡ ваҡыты сикһеҙ. Уларҙы күпме ҡулланһаң да була, оҙайтыу талап ителмәй
Автор:
Читайте нас: