Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Апрель , 09:15

Сабый һыуға батҡан...

Хәйбулла районында 1 йәшлек бала Һаҡмар йылғаһына батҡан. Әлеге ваҡытта Сибай район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан был бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереүҙәр алып барыла. Хәл былайыраҡ булған.

Сабый һыуға батҡан...
Сабый һыуға батҡан...

23 апрель көнө Йәнтеш ауылында 24 йәшлек ҡатын, 1 һәм 2 йәшлек балаларын алып, әхирәттәре менән Һаҡмар йылғаһы ярына сыҡҡандар. Бер мәл әсә кеше бер йәшлек балаһының күҙ алдында күренмәүен аңғарып ҡалған. Үҙаллы эҙләүҙәр һөҙөмтә бирмәгәс, ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң сабыйҙың кәүҙәһе Һаҡмар йылғаһының түбән яғында табылған...

Тәфтиш идаралығы балалар менән бергә һыу ятҡылыҡтары тирәһендә булғанда бик ныҡ иғтибарлы булырға кәрәклеген һәм балаларҙы бер генә минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәклеген иҫкәртә. Балаларға бәләкәй саҡтан уҡ һыу ятҡылыҡтары тирәһендә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен, уларҙы үтәмәгән хәлдә нимә килеп сығыуы ихтимал икәнен аңлатып торорға кәрәк.

Әлеге ваҡытта йылға-быуа-күлдәр тирәһендә хәүеф көсәйгән мәл. Үҙебеҙҙе лә, балаларҙы ла һаҡлайыҡ.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Сабый һыуға батҡан...
Сабый һыуға батҡан...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: