Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Апрель , 14:35

Янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа янғын хәүефһеҙлегенә өҫтәмә талаптар ҡуйыла (шул иҫәптән усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү тыйыла, граждандарҙың урмандарға барыуын сикләнә һәм башҡалар). Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн штрафтар түбәндәгесә:

Янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
  • граждандарға — 10-20 мең һум;
  • вазифа биләүселәргә — 30-60 мең һум;
  • юридик шәхес булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыусыларға кешеләргә — 60-80 мең һум;
  • юридик шәхестәргә — 400-800 мең һум.

 

  • Башҡортостанда тәбиғәт янғындарын, шулай уҡ янғын сығыу хәүефен кәметеү өсөн республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Марат Латипов 27 апрелдән махсус бойороҡҡа тиклем республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итте.

 «Бер үк ваҡытта янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең яуаплылығы арта», — тип билдәләне Марат Латипов.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әлеге тәҡдимде хупланы.

«27 апрелдә республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерәбеҙ. Бөтә көсөбөҙ һәм сараларыбыҙ бар, әҙерләнәйек», — тине Башҡортостан етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-15/v-bashkirii-s-27-aprelya-vvoditsya-osobyy-protivopozharnyy-rezhim-3727805

 

Автор:
Читайте нас: