Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Апрель , 15:55

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары - балалар баҡсаһында

Республикала "Иғтибар - балалар!" акцияһы бара.

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары - балалар баҡсаһында
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары - балалар баҡсаһында

18 марттан 7 апрелгә тиклем дауам иткән "Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү акцияһы сиктәрендә Бөрйән районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе инспекторҙары район үҙәгендәге "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашҡан. 

Улар балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырған, хатта хеҙмәт автомобиленә ултырып ҡарарға рөхсәт иткәндәр.
"Сараның төп бурысы - мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәләнеүселәрендә юлда хәүефһеҙ тәртип күнекмәләрен булдырыу, шулай уҡ юл хәрәкәтенең төп ҡағиҙәләрен нығытыу булды.
Бындай осрашыу балаларыбыҙ өсөн ысын байрамға әүерелде", тип яҙалар баҡсаның Бәйләнештәге төркөмөндә. 

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары - балалар баҡсаһында
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары - балалар баҡсаһында
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары - балалар баҡсаһында
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары - балалар баҡсаһында
Автор:Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас: