Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Февраль , 15:10

20 йәшлек ҡыҙ ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан

Әбйәлил районында полиция хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай. Авария иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Озерный - Күсем руднигы автомобиль юлының 24-се саҡрымында теркәлгән.

20 йәшлек ҡыҙ ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан
20 йәшлек ҡыҙ ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан


Daewoo Nexia водителе, 2004 йылғы ҡыҙ, идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм Renault Duster менән бәрелешкән. Nexia водителе ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы килеп еткәнсе йән биргән. Renault водителе дауаханаға оҙатылған.

Хөрмәтле водителдәр! Һуңғы көндәрҙең ҡарлы булыуы юлда йөрөүҙе бермә-бермә ҡатмарлаштырҙы. Ашыҡмайыҡ, бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ.

 Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мәғлүмәттәре файҙаланылды.
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: