Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Ғинуар , 10:40

Йәйәүлеләр юлды мотлаҡ йәйәүлеләр сыға торған урындан сығырға тейеш

Беҙҙең һәр беребеҙ көн дә йәйәүле, пассажир йәки водитель сифатында юл хәрәкәтендә ҡатнаша. Йәйәүлеләргә лә водителдәргә кеүек үк оло яуаплылыҡ һалына. 

Йәйәүлеләр юлды мотлаҡ йәйәүлеләр сыға торған урындан сығырға тейеш
Йәйәүлеләр юлды мотлаҡ йәйәүлеләр сыға торған урындан сығырға тейеш

Юлдағы хәүефһеҙлек йәйәүленең дә, водителдең дә берҙәй яуаплылығынан тора. Ике яҡ тарафтан да ҡурҡыныс янауы бар. Бик күп осраҡта юл-транспорт ваҡиғаһында нәҡ шул йәйәүлеләр ғәйепле булып сыға. Сөнки күптәр светофорҙың ҡыҙыл утына йәки тейеш булмаған урында юлды аша сыға. Ҡайһы берәүҙәр, хатта, юл аша сыҡҡан саҡта боролоштан ҡапыл машина килеп сыҡмаһын тип тирә-яҡҡа ҡарарға кәрәк тигән ябай ғына ҡағиҙәне лә онотоп ебәрәләр. Аҙаҡ һуң булыуы мөмкин бит. Шуға күрә, водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә төп ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Шул осраҡта ғына юл-транспорт ваҡиғалары кәмейәсәк:

  — йәйәүлеләр тротуарҙан йәки йәйәүлеләр өсөн юлдан ғына, улар булмаған осраҡта юл ситенән генә йөрөргә тейеш;

  — ҡараңғыла юл ситенән барғанда кейемдә мотлаҡ рәүештә водителдәргә күренеп торорлоҡ яҡтылыҡ сағылдырыусы әйберҙәр булырға тейеш;

  — йәйәүлеләр юлды мотлаҡ йәйәүлеләр сыға торған урындан, улар булмаған осраҡта тротуар буйындағы юл сатынан йәки юл ситенән сығырға тейеш;

  — юл билдәләре менән тәьмин ителмәгән юлды аша сыҡҡанда яҡынлашып килгән машинаның тиҙлеген күҙ уңында тотоп, хәүеф янамаған осраҡта ғына уны үтергә кәрәк.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә беҙҙе бала саҡтан өйрәтәләр. Әммә, үҫеп еткәс, был ҡағиҙәләрҙе күп осраҡта онотабыҙ. Тирә-яғыңа ҡаранып, дөрөҫ итеп юлды аша сығыу – иң төп ҡағиҙәләрҙең береһе булып тора. Йәйәүлеләр ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгән осраҡта юл-транспорт ваҡиғалары күпкә аҙыраҡ булыр ине. Бик ҡабаланған осраҡта ла тейеш булмаған урында юлды аша сығырға ярамай.

Автор:Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас: