Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Декабрь 2023, 09:15

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре – мәктәптә

...Малай халҡының тимер аттарҙы тиҙерәк йүгәнләргә теләүе аңлашыла, әлбиттә. Ә шулай ҙа һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була. Закон тарафынан 16 йәшкә тиклем еңел мотоциклдар (А1) һәм мопед (М), 18 йәшкә мотоцикл (А) һәм еңел автомобиль (В, В1) менән идара итеү тыйылған. Тәғәйен категория буйынса уҡып, транспорт менән йөрөү хоҡуғы биргән водитель танытмаһы алғас ҡына, бындай мөмкинлек бирелә.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре – мәктәптә
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре – мәктәптә

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында мәктәп мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө профилактик саралар уҙғарылып тора. 15 декабрь көнө мәктәп уҡыусылары менән ошо йүнәлештәге осрашыуға Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полицияның өлкән лейтенанты Альберт Оморҙаҡ улы Йәнбәков менән өлкән инспектор, полиция лейтенанты Салауат Хәлил улы Буранбаев килде. Ни тиһәң дә, бөгөн бәлиғ булмаған егеттәрҙең мопед, мотоцикл, унан ҡалһа, хатта еңел автомобиль менән йөрөүҙәре бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Малай халҡының тимер аттарҙы тиҙерәк йүгәнләргә теләүе аңлашыла, әлбиттә. Ә шулай ҙа һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була. Закон тарафынан 16 йәшкә тиклем еңел мотоциклдар (А1) һәм мопед (М), 18 йәшкә мотоцикл (А) һәм еңел автомобиль (В, В1) менән идара итеү тыйылған. Тәғәйен категория буйынса уҡып, транспорт менән йөрөү хоҡуғы биргән водитель танытмаһы алғас ҡына, бындай мөмкинлек бирелә. Статистика күрһәтеүенсә, быйыл районда ике тиҫтәнән ашыу баланың мопед һәм мотоцикл менән хоҡуҡһыҙ идара итеү осрағы теркәлеп, протокол төҙөлгән, 3 бала юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәт алған.


Юл хәрәкәте һағында тороусы бөгөнгө сығыш яһаусыларыбыҙ ҙа уҡыусыларҙы законға ярашлы эш итергә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл башҡарырға һәм хәүефһеҙлек сараларын иҫтән сығармаҫҡа саҡырҙы. Законды боҙған осраҡтағы яуаплылыҡ һәм штрафтар менән таныштырҙы, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, бала бәлиғ булғансы улар өсөн яуаплылыҡ һеҙҙең иңдә. Балаларығыҙға ваҡытынан алда, мопед, йә мотоцикл һатып алырҙан алда, уларҙың сәләмәтлеге, ғүмере, бәхетле киләсәге тураһында иҫтән сығармаһағыҙ ине. Халыҡ әйтмешләй, гел булмай, бер була. Үҙебеҙҙе һәм балаларҙы хәүеф-хәтәрҙән һаҡлайыҡ, бәләгә юл ҡуймайыҡ.

Динара Ҡотлобаева, Иҫке Монасип мәктәбенең педагог-психологы.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре – мәктәптә
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре – мәктәптә
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре – мәктәптә
Автор:
Читайте нас: