- бәләкәй балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа;
- эшләп торған электр йылытҡыстарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;
- ҡеүәте ҙур булған электр приборҙарын бер юлы ҡулланмау хәйерле. розеткаға икәүҙән артыҡ электр приборын тоташтырырға ярамай, сөнки электр үткәргестең артыҡ көсөргәнешкә көсө етмәйенсә, янғын сығыуға сәбәпсе булыуы ихтимал;
- төҙөк булмаған розеткалар менән ҡулланмаҫҡа;
- электр үткәргестәргә ваҡытында ревизия үткәреп, яңыртыу сараларын күрергә кәрәк;
- газ приборҙары менән эш иткәндә, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, газ плитаһы өҫтөндә кейем-һалымды киптермәҫкә;
- тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсалар менән мейес яҡмаҫҡа;
- төҙөк булмаған мейестәргә утты ҡыҙыу яҡмаҫҡа йәки уны бөтөнләй ҡулланмаҫҡа;
- мөрйәләрҙе ваҡытында таҙартырға һәм аҡларға;
- яҡҡан мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;
- керосин, бензин һәм башҡа тиҙ яныусан шыйыҡсаларҙы ябыҡ тимер һауыттарҙа тоторға;
- газ сығыуын белеү өсөн газды асып тикшермәҫкә, был йыйылған газдың шартлауына килтереүе ихтимал;
- тоҡанған электр, газ приборҙарын, яғылған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, балаларға ышанып тапшырмаҫҡа, киреһенсә, әгәр ҙә өйҙә балалар булһа һәм мейестә ут янһа, икеләтә иғтибарлы булырға;
- балаларҙың буйы еткән урында шырпы, ут ҡабыҙғыс, керосин, бензин һаҡламаҫҡа;
- янғын сығыуын иҫкәртеү маҡсатында һәр бер өйгә янғын иҫкәрткес ҡоролмалар алып ҡуйыу хәйерле.
Ут сыға ҡалһа, тиҙ арала янғын һүндереү хеҙмәтенә телефондан 101, 112 һандарын йыйып, мөрәжәғәт итергә, ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәренә лә тиҙ арала белгертергә кәрәк.
Ут сығыу тураһында янғын һүндереү бүлегенә хәбәр иткәндән һуң ғына уны үҙ аллы һүндерергә тотоноғоҙ.
Ш. Хәкимов,
янғын һүндереү бүлеге
начальнигы.