Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Ноябрь 2023, 19:00

Боҙ өҫтөндә һаҡ булығыҙ!

“Йоҡа боҙ” профилактик операцияһы сиктәрендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса янғын һағы подразделениелары һәм бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекторҙары тарафынан кешеләрҙең ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эштәр йәйелдерелгән.

Боҙ өҫтөндә һаҡ булығыҙ!
Боҙ өҫтөндә һаҡ булығыҙ!

Һалҡын көндәр башланып, йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтары боҙ менән ҡапланғас та ҡышҡы экстрим яратыусылар – балыҡсылар, туристар һәм йылға ярынан санала һырғалаҡ эйергә яратыусылар һыу объекттарына ашыға. Автоһәүәҫкәрҙәр ҙә йоҡлап ятмай: ниһайәт, уларға йылға аша сығыр өсөн күпер йәки кисеү эҙләп йөрөргә тура килмәйәсәк – уның өсөн боҙло юлдар бар бит! Йәйәүлеләр һәм автоһәүәҫкәрҙәр юл арауығын бер-нисә саҡрымға кәметеү маҡсатында туңған йылғалар һәм күлдәр аша сығып йөрөй башлайҙар.
Һыу объекттарында бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмаҫ өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса подразделениелары тарафынан халыҡ араһында хәүефһеҙлек саралары буйынса аңлатыу эштәре алып барыла: боҙға сығыу урындары асыҡлана, кешеләрҙең һәм автомобилдәрҙең боҙға төшөүен тыйыусы мәғлүмәт менән аншлагтар урынлаштырыу ойошторола, тейешле саралар ҡабул ителә.
Төп йүнәлеш – балаларҙың һыуҙа һәләк булыуына юл ҡуймау. Был йәһәттән мәктәптәрҙә һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа боҙ өҫтөндәге тәртип һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса профилактик әңгәмәләр үткәрелә. Ата-әсәләр йыйылышында балаларҙың боҙға төшөүенә юл ҡуймау һәм уларға ҡарата контролде көсәйтеү мәсьәләһе күтәрелә.
Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекторҙары иҫкәртә!
Боҙҙо ҡар ҡаплаған урындарҙа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки унда һыу яйыраҡ туңа. Быуаларҙа асыҡ боҙ ҡатламы 10 сантиметрҙан ашыу, ә ҡар аҫтында ни бары 3 сантиметр ғына булыуы ла мөмкин. Ағым тиҙ булған, ҡыуаҡтар, үләндәр сығып торған, һыу ятҡылығына ағып төшкән шишмәләр йәиһә йылғалар булған урындарҙа соҡорҙар, ҡар ирегән урындар барлыҡҡа килә, бында һыу йоҡа боҙ менән ҡаплана.
Боҙҙоң ҡалынлығы түбәндәге ауырлыҡҡа тура килгән осраҡта ғына ышаныслы була. Бер кешене күтәреү өсөн боҙ ҡалынлығы 7 сантиметрҙан күберәк булырға тейеш. 12 сантиметрҙан ашыу боҙ өҫтөнә йәйәүлеләр сығыу өсөн юл яһарға мөмкин. Еңел машинала йөрөү өсөн боҙҙоң ҡалынлығы 30 сантиметр булырға тейеш.
Боҙҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:
- Иҫтән сығармағыҙ- зәңгәр йәиһә йәшел төҫтәге боҙ ғына ныҡ булып һанала. Йәйәүлеләр өсөн боҙҙоң ҡалынлығы кәмендә 15 сантиметр булыуы иң ышаныслыһы. Боҙ өҫтөнән төркөм менән бармаҫҡа кәрәк.
- Боҙға ҡараңғы ваҡытта һәм күҙ бәйләнгән мәлдә баҫмаҫҡа тырышығыҙ.
-Ҡар ҡаплаған урындарҙа һаҡ булығыҙ, таяҡ менән тикшереп барырға кәрәк.
-Әгәр боҙ сатнаһа, ингән юлдан аяҡты шыуҙырып ҡына кире сығырға кәрәк.
-Балыҡ тотҡанда бер урынға күпләп ултырмаҫҡа, һаҡлағыс жилет кейергә һәм 15-20 метрлы бау йөрөтөргә кәрәк.
-Боҙ аша спиртлы эсемлектәр эскән килеш сығырға ярамай.
-Боҙ аша автомобилдә үҙидара органдары ойошторған, рөхсәт ителгән урындарҙан ғына сығырға кәрәк.
Һаҡланыу сараларын теүәл үтәү беҙҙең именлек нигеҙе ул.

Автор:Р. Байымов әҙерләне.
Читайте нас: