Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Ноябрь 2023, 13:00

Янғын хаталарҙы ғәфү итмәй

Башҡортостан Республикаһында быйыл 9228 янғын теркәлгән. Уларҙа 29 кешенең ғүмере өҙөлһә, янғында алынған йәрәхәттәрҙән 215 кеше һәләк булған, шуларҙың 4-әүһе балалар.

Янғын хаталарҙы ғәфү итмәй
Янғын хаталарҙы ғәфү итмәй

Күп янғындар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп сыға. Уларҙың 90 проценты торлаҡ секторына тура килә.
Башҡортостан Республикаһында быйыл 9228 янғын теркәлгән. Уларҙа 29 кешенең ғүмере өҙөлһә, янғында алынған йәрәхәттәрҙән 215 кеше һәләк булған, шуларҙың 4-әүһе балалар. 190 кеше тән йәрәхәттәре алған. Һуңғы осорҙа ғына, йәғни, 10-11 ноябрҙә, республиканың Өфө, Нуриман, Баймаҡ, Ҡалтасы, Иглин райондарында сыҡҡан 5 янғында 7 кеше һәләк булды.
Янғын аяуһыҙ – ул мөлкәтте, торлаҡты юҡҡа сығара, кешеләр ғүмерен ҡыя. Район биләмәһендә иң күп янғын сығыу осраҡтары торлаҡ йорттарға тура килә. Быйылғы 32 янғын осрағының 25-е шәхси хужалыҡтарҙа булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында 1 кеше тән йәрәхәте алды.
Әлбиттә, торлаҡ йорттарҙа янғын сығыу тәү сиратта кешеләрҙең йәшәү рәүеше менән бәйле. Йыш ҡына электр приборҙары менән эш иткәндә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында ла килеп сыға.
Халыҡ араһында янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү тураһында сходтар булып тора. Электр ҡорамалдарын тотоноуҙа, мейесте файҙаланыуҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү буйынса инструктаждар үткәрелә, ут менән эш итеү буйынса аңлатыу эштәре алып барыла.
Янғындан өйөңдө, мөлкәтеңде, ғаиләңде һаҡлау өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫтән сығармаҫҡа кәрәк:
-бәләкәй балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа;
-эшләп торған электр йылытҡыстарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;
-ҡеүәте ҙур булған электр приборҙарын бер юлы ҡулланмау хәйерле. Розеткаға икәүҙән артыҡ электр приборын тоташтырырға ярамай, сөнки электр үткәргестең артыҡ көсөргәнешкә көсө етмәйенсә, янғын сығыуға сәбәпсе булыуы ихтимал;
-стандарт булмаған электр предохранителдәрен ҡулланмаҫҡа;
-төҙөк булмаған розеткалар менән ҡулланмаҫҡа;
-электр үткәргестәргә ваҡытында ревизия үткәреп, яңыртыу сараларын күрергә;
-газ приборҙары менән эш иткәндә, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, газ плитаһы өҫтөндә кейем-һалымды киптермәҫкә;
-тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсалар менән мейес яҡмаҫҡа;
-төҙөк булмаған мейестәргә утты ҡыҙыу яҡмаҫҡа йәки уны бөтөнләй ҡулланмаҫҡа;
-мөрйәләрҙе ваҡытында таҙартырға һәм аҡларға;
-яҡҡан мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа;
-керосин, бензин һәм башҡа тиҙ яныусан шыйыҡсаларҙы ябыҡ тимер һауыттарҙа тоторға;
-газ сығыуын белеү өсөн газды асып тикшермәҫкә, был йыйылған газдың шартлауына килтереүе ихтимал;
-тоҡанған электр, газ приборҙарын, яғылған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, балаларға ышанып тапшырмаҫҡа, киреһенсә, әгәр ҙә өйҙә балалар булһа һәм мейестә ут янһа, икеләтә иғтибарлы булырға;
-балаларҙың буйы еткән урында шырпы, ут ҡабыҙғыс, керосин, бензин һаҡламаҫҡа;
-түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартмаҫҡа;
-янғын сығыуын иҫкәртеү маҡсатында һәр өйгә янғын иҫкәрткес ҡоролмалар алып ҡуйыу хәйерле.
Ут сыға ҡалһа, тиҙ арала янғын һүндереү хеҙмәтенә телефондан 101, 112 һандарын йыйып, мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Күп кенә ауылдарҙа янғын һүндерергә яраҡлашҡан техникалар бар. Ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәренә лә тиҙ арала белгертергә кәрәк.
Ут сығыу тураһында янғын һүндереү бүлегенә хәбәр иткәндән һуң ғына уны үҙ аллы һүндерергә тотоноғоҙ.
Ш. Хәкимов,
73-сө янғын һүндереү бүлеге
начальнигы.

Автор:А. Уразаева әҙерләне.
Читайте нас: