Шиномонтаж хужаһы әлеге мәлдә бинаны ҙурайтыу буйынса эштәр алып бара. Киләһе йылдан тағы ла хеҙмәттәр теҙмәһе артасаҡ. “Халыҡ күп мөрәжәғәт итә. Барыһына ла өлгөрөргә тырышабыҙ. Сират йыйылып китһә, кәмендә берәй сәғәт көтәләр. Водителдәрҙең күбеһе тәгәрмәс алыштырыуға яуаплы ҡарай. Әлеге ваҡытта тәгәрмәс алыштырыусылар ағымы кәмей төштө. Шиномонтаж егеттәренең барыһы ла эштәрен сифатлы, тиҙ башҡара. Мәҫәлән, Айназ Фәйзуллин шиномонтажда йыл ярым эшләй. Шул ваҡыт эсендә ул үҙен яуаплы, эшсән егет итеп күрһәтте», - ти Нияз Әхмәҙей улы.
Динис Мөнировтың Баҙал биҫтәһенең Мәсем урамында урынлашҡан автосервисында ла тәгәрмәстәрҙе миҙгелле алмаштырыу хеҙмәте бар. Хаҡтары 1000 һум.
Айнур Юлсуриндың М. Ғафури урамында урынлашҡан автосервисында тәгәрмәстәр алыштырыу 600 - 800 һум. Автосервис 2007 йылдан алып эшләй. Автомобилдең йөрөү өлөшөнә (ходовая часть), двигателенә ремонт эштәре башҡарыла, тағы ла диагностика эшләү, тәгәрмәстәрҙең ауышлыҡ мөйөштәрен көйләү (развал схождений), йыуыу хеҙмәттәре күрһәтелә. “Эшһеҙ ултырған юҡ, шөкөр. Алдан яҙылыу буйынса ҡабул итәм. Ремонтҡа ингән машинаны вәғәҙә иткән көнгә эшләп бирәм. Эш күп, әммә эшләргә теләгән кеше табып булмай”, - ти автосервис хужаһы.
-Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүлектәге уртаса температура плюс биш градус булыу менән ҡышҡы тәгәрмәскә күсеү кәрәк. Уларҙың һүрәте бер иш булырға тейеш. Тик әле лә нимәгәлер өмөт итеп, һаман йәйге тәгәрмәстәрен алмаштырмаған водителдәр бар. Әйткәндәй, 1 декабрҙән йыл миҙгеленә тап килмәгән тәгәрмәстәр өсөн штраф һалына башлаясаҡ. Өҫтәүенә, вайымһыҙ водителгә, ҡағиҙә боҙоу бөтөрөлгәнгә тиклем, сикһеҙ һанда штраф яҙылырға мөмкин», — тип аңлата белгестәр.
Тәгәрмәстән тыш, ҡыш алдынан автомобиль хужаһына тағы нимәләр эшләргә кәрәк?
Белгестәр кәңәш итеүенсә, сыйылған һәм ярылған урындарҙы буярға (ҡышҡы дым металл коррозияһы процестарын ҡырҡа тиҙләтә), йылытыу системаһын тикшерергә, фараларҙы көйләргә, аккумуляторҙы тикшерергә, ҡышҡы май ҡойорға, тәҙрә йыуыу өсөн тәғәйен шыйыҡсаларҙы алмаштырырға кәрәк.
Юлдарығыҙ имен булһын.