Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Октябрь 2023, 21:00

Башҡортостанда йәшәүселәрҙән мутлашыусылар нисек итеп аҡса сығарттыра һәм дропперҙарға нимә янай?

Мутлашыусыларҙың схемаларын тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндәрҙе «дропперҙар» тип атайҙар.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙән мутлашыусылар нисек итеп аҡса сығарттыра  һәм дропперҙарға нимә янай?
Башҡортостанда йәшәүселәрҙән мутлашыусылар нисек итеп аҡса сығарттыра һәм дропперҙарға нимә янай?

Граждандарҙы кибермутлашыусыларҙың енәйәт схемаларына йәлеп итеү осраҡтары йышайҙы. Аферистар кешеләргә анһат ҡына табыш алыу мөмкинлеген тәҡдим итә. «Бының өсөн ни бары банк йәки сим-карта ғына алыу кәрәк!» - тип шылтыраталар. Был хәбәрҙәр башлыса интернетта, ҡағиҙә булараҡ, телеграм-каналдарҙа таратыла. Һуңғы осорҙа «банк картағыҙҙы, сим-картағыҙҙы бик ҡиммәткә һатып алам» тигән иғландарҙы урамдарҙа ла йыш осратырға була.

Кешеләрҙең күбеһе телефон аша мутлашыусыларҙың был карталар аша аҡса күсереүен, ә һуңынан алданған граждандар иҫәбенән урланған аҡсаларҙы ҡулаҡсаға  әйләндереүенә ышанмай.

Ә хаҡ өсөн банкта иҫәп асып, картаны рәсмиләштереп һәм өсөнсө кешеләргә файҙаланыуға тапшырған йәки үҙ иҫәптәрен урланған аҡсаларҙы күсереү өсөн үҙе файҙалана икән – ул енәйәт эшмәкәрлегенә йәлеп ителгән булып сыға.

Мутлашыусыларҙың схемаларын тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндәрҙе «дропперҙар» тип атайҙар.

Практика күрһәтеүенсә, дропперҙар ролен күбеһенсә мәктәп уҡыусылары һәм студенттар башҡара. Улар еңел табыштың ҙур финанс юғалтыуҙарға килтереүе, төрмәгә тиклем алып барып еткереүе тураһында уйламай. Шулай уҡ өлкәндәр араһында ла язаһыҙ ҡалыуға ышанғанлыҡтан, күҙен йомоп, банк картаһын, сим-картаһын һатҡан вайымһыҙҙар бар.

«Банк картаһын һәм сим-карталарҙы өсөнсө кешеләргә тапшырған өсөн  карта хужалары яуаплылыҡтан азат ителмәй. Уларҙы  аңлы рәүештә хаҡ өсөн башҡа кешегә тапшырыу хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан енәйәти юл менән алынған аҡсаны алыуҙа ҡатнашыу йәки башҡа енәйәт итеп ҡаралыуы мөмкин. Тиҙ һәм еңел аҡса эшләү теләге енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашыусыға, шул иҫәптән ойошторолған енәйәтселәр төркөмө составында ла, әйләндереүе бар.

Ә дроппер - ул енәйәтсел селтәрҙең түбән звеноһы, беренсе сиратта хоҡуҡ һаҡлаусылар  уларҙы эҙләй», - тип билдәләй БР буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы бүлеге начальнигы Марат Ғөзәйеров.

Дропперҙарҙы иҫәп карталарын законһыҙ файҙаланған өсөн РФ Енәйәт кодексының 187-се статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттыралар, ул 1 миллион һумға тиклем штрафты йәки ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин. Ә РФ Гражданлыҡ кодексының 1102-се статьяһы нигеҙһеҙ эш хаҡын кире ҡайтарырға мәжбүр итә.

«Банктарға Рәсәй банкының клиент ризалығынан тыш аҡсаны күсереү тураһында мәғлүмәттәр базаһына индерелгән кешеләрҙең иҫәбе менән идара итеүгә дистанцион рөхсәтте туҡтатырға тәҡдим ителде. 2024 йылдан иһә, әгәр Рәсәй Эске эштәр министрлығынан дропперҙарҙың законһыҙ эш итеүе тураһында мәғлүмәт килә икән, банктарға мотлаҡ рәүештә дропперҙарға дистанцион банк хеҙмәтләндереүенә рөхсәт биреүҙе туҡтатыуы тураһында закон үҙ көсөнә инә», - тип аңлатма бирҙе Рәсәй банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк - бүлексә идарасыһы урынбаҫары Наил Ғәбиҙуллин.

Әгәр муттар йоғонтоһона эләгеп, берәй ваҡыт банк йәки сим-картағыҙҙы, банк иҫәбенә, электрон янсыҡҡа, мобиль банкка паролдәрҙе, инеү кодтарын бирһәгеҙ, был карталарҙы һәм иҫәптәрҙе тиҙ арала блокка ҡуйыу кәңәш ителә.

 

Р. Байымов әҙерләне.

Автор:
Читайте нас: