Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Октябрь 2023, 18:00

Ут менән һаҡ булығыҙ!

Һалҡындар етеү менән көҙгө-ҡышҡы янғын хәүефе осоро ла башлана. Статистика күрһәтеүенсә, был ваҡытта янғындарҙың күбеһе торлаҡ секторында теркәлә. Был осорҙағы янғындарҙың төп сәбәбе - кеше факторы.

Ут менән һаҡ булығыҙ!
Ут менән һаҡ булығыҙ!

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге янғын хәүефе осоро етеү менән район халҡын янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәргә саҡыра.

Электр приборҙарын файҙаланғанда ярамай:

- һаҡлау үҙенсәлеген юғалтҡан электр сымдарын һәм кабелдәрен файҙаланырға;

- асыҡ электр үткәргесен обой менән йәбештереү йәки буяу менән буяу;

- боҙолған ут һүндергестәр, розеткалар менән файҙаланыу;

- электр лампочкаларын абажурҙар менән ябырға;

- терморегуляторҙар эшләмәгәндә электрон йылытыу приборҙарын ҡулланыу;

-ҙур ҡеүәтле бер нисә электр приборҙарын бер розеткаға тығырға.

Тиҙ тоҡаныусан яныу материалдарының электрон йылытыу приборҙары (электр плиталары, каминдар, грелкалар һ.б.) янында яҡын урынлашыуы йыш ҡына янғындар сығыуға сәбәпсе.

Өйҙән сығыр алдынан электр йылытыу һәм яҡтыртыу приборҙарының һүндерелеүен тикшерергә кәрәк.

Газ ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге саралары

Йорттағы газ ҡорамалдары төҙөк булырға һәм ул файҙаланыу буйынса техник талаптарға тап килергә тейеш.

Газ ҡорамалдарын файҙаланғанда тыйыла:

- бәләкәй балаларға һәм уны хәүефһеҙ файҙаланыу тәртибе менән таныш булмаған кешеләргә газ приборҙары менән файҙаланыу;

- шырпы ҡабыҙылғансы газ крандарын асыу;

- кейемде газ плитаһы өҫтөндә киптереү.

Мейес менән йылытыу

Йорттағы мейестәр төҙөк хәлдә һәм янғын йәһәтенән хәүефһеҙ булырға тейеш.

Шуны иҫтә тоторға кәрәк: янғын мейестең һәм төтөн каналдарының ярыҡтары аша ла барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуның менән бәйле, мейестәрҙе һәм төтөн торбаларын даими тикшереп торорға, кәрәк саҡта ремонт эшләргә кәрәк. Ҡором ултырмаларын алып ташлайҙар, мейесте ағарталар. Аҡлау ярыҡтарҙы ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирә.

Мейестәрҙе файҙаланғанда түбәндәге талаптарҙы үтәргә кәрәк:

- Осҡон төшөп янып китмәһен өсөн мейес алдында 50-70 сантиметрлыҡ размерҙа һәм 2 миллиметрҙан да кәм булмаған ҡалынлыҡтағы тимер лист ҡатып ҡуйылыуы шарт;

- мейескә ут яҡҡанда бензин, кәрәсин һәм башҡа тиҙ ҡабыныусан шыйыҡсалар ҡулланыу тыйыла;

- яғыулыҡ һәм башҡа яғыулыҡ материалдарын мейес алдына ултыртыу ярамай;

- мейестән алынған көлгә һыу ҡойолорға һәм ул хәүефһеҙ урынға ташланырға тейеш;

- ҡағиҙә булараҡ, төтөн юлдары йылытыу миҙгеле башланыр алдынан һәм йылытыу миҙгелендә ике айға бер тапҡыр ҡоромдан таҙартылырға тейеш.

Ут менән эш иткәндә хәүефһеҙлек сараларын үтәгеҙ! Оло быуынға иғтибар итегеҙ, балалар менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатлағыҙ! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Янғын сыҡҡанда 101 һәм 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге.  

 

А. Ғәбитов, БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығының Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы.

 

 

Автор:
Читайте нас: