-3 °С
Ҡар
Ҡалала йәшәүсе ҡатынға шылтыратыусы үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырған һәм, йәнәһе лә, билдәһеҙ кешеләр уның исеменән кредит документлаштырға тип хәбәр иткән.
Имеш тә, шул кредит бурысын юҡҡа сығарырға, тип яһалма банкир ҡатынды уның телефонына килгән раҫлау кодын әйтергә кәрәк тип ышандырған.
Зыян күреүсе бур әйкәнсә эшләгән һәм, үҙенсә, кредит юҡҡа сығарылды тип уйлаған.
Ләкин, аҙаҡтан асыҡланыуынса, аферист, ҡатын әйткән кодты ҡулланып, ханым исеменә 485 мең һумға кредит алған.
Аңын-тоңон уйламай, булмаған бурысын юйҙырам тип, ханым, муйынынан бурысҡа батҡан...
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: телефонға килгән кодтарҙы бер кемгә лә әйтергә ярамай.