Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Июль 2023, 12:35

Башҡортостанда биш урман янғыны

Башҡортостанда 13 июлгә иртән 422 гектар майҙанда биш урман янғыны сығанағы эшләүен дауам итә. Уларҙы һүндереү өсөн 297 кеше һәм 68 берәмек техника йәлеп ителгән.

Иң ҙур усаҡ Белорет районының Үҙән урман хужалығында. Унда ялҡын 320 гектар майҙанды биләй. Янғын менән 190 кеше һәм 45 берәмек техника, шул иҫәптән республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аэромобиль төркөмө көрәшә.Урман хужалығы министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, район хакимиәте, 35 ирекмән йәлеп ителгән.

Шулай уҡ Белорет районында урман яна, ут 50 гектар майҙанда таралған. Янғын һүндереүгә 42 кеше һәм 18 берәмек техника йәлеп ителгән.

Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында 60 гектар урман бар. Янғынға ҡаршы көрәштә инспекторҙар һәм ирекмәндәр эшләй. Шунда уҡ, Ҡолғана ауылына яҡыныраҡ, 1 гектар майҙанда тағы ла бер урман янғыны сығанағы табылған. Урында 10 кеше һәм 5 берәмек техника эшләй. Янғын һүндерелә.

Күгәрсен районының Ҡыҙлар-Биргән ауылы янында 1 гектар майҙанда янғын теркәлгән. Янғын һүндерелә.

Янғын хәүефе осоро башланғандан алып бөтәһе 1873,26 гектар майҙанда 126 тәбиғәт янғыны сыҡҡан, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда биш урман янғыны
Башҡортостанда биш урман янғыны
Автор:"Башинформ" дан тәржемә ителде.
Читайте нас: