Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Июнь 2023, 09:25

Телефон аша эш итеүсе бурҙарға ышанып, 68 йәшлек ханым өйһөҙ ҡалған

Нефтекамала йәшәүсе 68 йәшлек ханым, телефон аша эш итеүсе бурҙарға ышанып, фатирын һатҡан һәм бөтә аҡсаһын мутлашыусылар әйткән иҫәпкә күсергән. Шунан һуң ғына полицияға барған. Тулыраҡ – артабан.

Телефон аша эш итеүсе бурҙарға ышанып, 68 йәшлек ханым өйһөҙ ҡалған
Телефон аша эш итеүсе бурҙарға ышанып, 68 йәшлек ханым өйһөҙ ҡалған

Оло йәштәге ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтыратып, хәҙер аферистар бөтә нәмәне лә булдыра ала, йәнәһе, әлеге ваҡытта улар уның исеменән уның йәшәп ятҡан фатирын һатыу тураһында килешеү төҙөгәндәр, тип хәбәр итә.

Урамда тороп ҡалмаҫ өсөн, тиҙ арала риэлтор менән фатирҙы һатыу-алыу килешеүе төҙөргә  (ә риэлтор тиҙҙән һеҙгә үҙе киләсәк, ти), һатыуҙан килгән 1 миллион 900 мең һум аҡсаны банкомат аша беҙ әйткән иҫәпкә күсерергә кәрәк, тиҙәр. Ҡарсыҡты бары тик шулай иткәндә генә ул фатирын юғалтмаясаҡ тип ныҡлап ышандыралар. Бер кемгә лә, хатта балаларына ла был хаҡта әйтмәҫкә күндерәләр.

Яман ниәт менән эш итеүсе риэлторға ла шылтыратып, ташламалы хаҡ менән 2 бүлмәле фатирҙы һатып алырға тәҡдим итә. Шулай фатир хужаһы менән риэлтор осрашалар һәм сделканы документлаштыралар. Шул уҡ ваҡытта икеһе лә улар менән бурҙар идара итеүен аңламайҙар. Банкомат аша аҡсаны ханым бурҙарҙың әйтеп тороуы аша уларҙың иҫәбенә күсерә.

Ошонан һуң ғына ханым полицияға мөрәжәғәт итә. Был факт буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү эштәре алып бара.

Хөрмәтле ватандаштар! Бурҙар һеҙҙе алдап, аҡсағыҙҙы алыу өсөн бихисап ысулдар уйлап табып тора. Телефон аша шылтыратҡан билдәһеҙ кешеләргә, улар үҙҙәрен кем тип кенә атаһа ла, бер ваҡытта ла ышанмағыҙ! Иң яҡшыһы – шунда уҡ телефонығыҙҙы һүндереү.

Был турала интернет селтәрендә ултырмаған ата-әсәйҙәрегеҙҙе, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе, ғөмүмән, яҡындарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе иҫкәртеп торорға онотмағыҙ.

“Башинформ” мәғлүмәттәрен файҙаланып, тәржемә менән Т. Сәйфетдинова әҙерләне.

 

Автор:Т. Баһауетдинова тәржемә менән әҙерләне
Читайте нас: