Башҡортостанда ҡоро үләндәр яныу осраҡтары йышайҙы. Әгәр һеҙ урман хеҙмәткәре лә, арендатор ҙа булмаһағыҙ, урманға инеү, шул иҫәптән автомобилдә лә, тыйыла. Сикләүҙәр республика биләмәһендә IV класлы янғын хәүефе урынлашыуы - урманда дым етешмәүе һәм янғындың бәләкәй генә ут сығанағынан да барлыҡҡа килеүе, өҫтәмә ваҡ сығанаҡтар барлыҡҡа килтереп, тиҙ таралыу ихтималлығы менән бәйле. Көн һайын урман биләмәләрендә патруллек алып барыласаҡ. Был хаҡта республиканың Идара итеү үҙәгенән тура бәйләнештә спикер - Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов һөйләне.
Талаптарҙы боҙған кешеләр өсөн 40 меңдән 50 мең һумға тиклем күләмдә административ штраф ҡаралған. Ә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә урман янғыны сыҡҡан осраҡта 50 меңдән 60 мең һумға тиклем күләмдә административ штраф менән бер рәттән өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.
Һунарсыларға ла урманға барыу тыйыла. Йыш ҡына һунарсыларҙың уйламайынса эш итеүе тәбиғәт янғындарына килтерә. Йә усаҡ һүндерелмәгән, йә ҡоштар күренһен өсөн һыу ятҡылыҡтары тирәләй ҡамыш яғалар. Ә тиҫтәләгән кеше һуңынан тәүлектәр буйы был янғындарҙы һүндерә. Шуға күрә, етди эҙемтәләргә тарымаҫ өсөн, кәмендә 15 майға тиклем мылтыҡтарығыҙҙы чехолда һаҡлағыҙ һәм сикләүҙәр бөткәнен көтөгөҙ.
Янғынға ҡаршы махсус режимды боҙған өсөн штрафтар:
граждандар өсөн - 10-20 мең һум; вазифалы кешеләр өсөн - 30-60 мең һум; юридик берәмектәр өсөн - 400-800 мең һум.
Урманға инеүҙе сикләүҙе үтәмәгән өсөн штрафтар:
граждандар өсөн - 40-50 мең һум; юридик берәмектәр өсөн - 600 меңдән 1 миллион һумға тиклем. Әгәр кеше урманға инеп, берәй ғәмәле янғын сығыуға килтерһә,
3 йылға ҡәҙәр иректән мәхрүм итеү ҡаралған.
Әгәр ҙә урман янғындарын күрһәгеҙ, тиҙ арала 3-56-96, 8347-218-14-14 һандарына шылтыратырға һәм ут сығанағын һүндереү буйынса мөмкин тиклем саралар күрә башларға кәрәк.