Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Май 2023, 17:10

Ашарға бешерергә тип кенә усаҡ яғып, 40 гектар урман яныуына сәбәпсе булған...

Беҙгә күрше ятҡан Белорет районы биләмәһендә булған хәл барыбыҙға ла һабаҡ булырлыҡ... Тулыраҡ – артабан.

Ашарға бешерергә тип кенә усаҡ яғып, 40 гектар урман яныуына сәбәпсе булған...
Ашарға бешерергә тип кенә усаҡ яғып, 40 гектар урман яныуына сәбәпсе булған...

Белорет районында делянкала ағас ҡырҡыусы кеше ҙур урман янғынына сәбәпсе булған. Республиканың Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 30 апрель көнө ике ир кеше урманға ағас әҙерләргә сыҡҡан. Уларҙың береһе, 45 йәшлек ир, ашарға әҙерләү өсөн усаҡ тоҡандырған һәм утты ҡарауһыҙ ҡалдырып, үҙе һыу алырға киткән. Ут ҡаулан үлән буйлап таралған һәм ағастарға күскән. Һөҙөмтәлә, 40 гектарҙа урман янған. Янғынды һүндереүгә 14 кеше һәм 6 берәмек техника йәлеп ителгән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡан ваҡытта урман ҡырҡыусы һәм уның иптәше үҙҙәренең ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙәрен таныуҙарын белдергән. Улар башта үҙ көстәре менән утты һүндереп маташыуҙары хаҡында әйткән. Ләкин уттың юлын быуа алмағандар.

Хәҙер урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре килтерелгән зыян күләмен иҫәпләү менән шөғөлләнәсәк.

Урманда янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарға 5 мең һумдаң 15 мең һумға тиклем штраф янай. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында урмандағы үҫемлектәргә зыян килтергән йәки уларҙы юҡ иткән өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. 1 миллион һумдан 3 миллион һумға тиклем штраф рәүешендә яза йәки 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы ҡулланылыуы ихтимал.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майға тиклем Башҡортостанда урмандарҙа булыуға сикләү индерелде. Был ҡағиҙәне боҙған өсөн 50 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында иң юғары янғын хәүефе (5-се класлы) иғлан ителгән.

Беҙҙең Бөрйәндә лә көндәр бик ҡоро тора, ҡар ирегәне бирле йүнле ямғыр булғаны юҡ. Ныҡ һаҡ булайыҡ, райондаштар!

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-05-02/v-bashkirii-rabochiy-delyanki-razzheg-koster-dlya-prigotovleniya-obeda-i-sprovotsiroval-lesnoy-pozhar-3242368

Тәржемә менән Т. Баһауетдинова әҙерләне.

 

Автор:Т. Баһауетдинова тәржемәһе
Читайте нас: