Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Апрель 2023, 12:00

Техника тәртиптә булырға тейеш

18 апрель көнө Әтек ауылында районда булған тракторҙарға техник күҙәтеү үткәреүҙе ойоштороу буйынса кәңәшмә уҙғарылды. Шәхси хужалыҡтарҙа булған техниканы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү маҡсатында ауыл биләмәләре башлыҡтары ла саҡырылды, шулай уҡ осрашыуҙа «Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге» етәксеһе Айгиз Шәрипов ҡатнашты.

Техника  тәртиптә булырға тейеш
Техника тәртиптә булырға тейеш

Сараға Әтек ауылынан 20 трактор хужаһы килде. «Гостехнадзор» инспекцияһы йүнәлешендә булған һорауҙарға ентекле яуап бирелде: техниканы иҫәпкә ҡуйыу, тракторист-машинист танытмаһы алыу, тракторҙы техник яҡтан әҙерләү, страховкалау һәм башҡа һорауҙар буйынса Салауат Мөбәрәк улы Ишморатов ентекле аңлатма бирҙе. «Гостехнадзор» тарафынан йүнәлтелгән квитанцияларҙы онлайн түләү, «Дәүләт хеҙмәте порталы» аша ғаризалар биреү, тракторист-машинист танытмаһы алыу өсөн имтихандар тапшырыу һәм медицина күҙәтеүе үтеү, тракторҙың конструкцияһына үҙгәрештәр индереү тураһында һорауҙар ҙа ҡаралды.

Кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә күҙәтеүгә ҡуйылған тракторҙарға ҡағылған бар талаптарҙы ентекләп аңлатып һәм диагностик приборҙар ҡулланып техник күҙәтеү үткәрелде. Булған һорауҙар асыҡланды, район кимәлендә һәр биләмәлә техник күҙәтеү үткәреү кампанияһын ойошҡанлыҡ менән үткәреү маҡсаты ҡуйылды. Әйткәндәй, районда техник күҙәтеү график (7-се биттә ҡарағыҙ) буйынса үткәреләсәк. Трактор хужаларына тейешле түләүҙәрҙе башҡарып, техниканы билдәләнгән урынға сығарып күрһәтергә генә ҡала.

Техника  тәртиптә булырға тейеш
Техника  тәртиптә булырға тейеш
Техника  тәртиптә булырға тейеш
Техника  тәртиптә булырға тейеш
Техника тәртиптә булырға тейеш
Автор:Б. Тимерғәлиев.
Читайте нас: