Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Апрель 2023, 08:50

Башҡортостанда янған үләнде һүндерергә тырышҡан ҡатын вафат булған

Хаҡлы ялдағы ҡатындың баҡсаһы янында ҡоро үлән янып киткән. Ялҡынды үҙаллы һүндерергә тырышҡан мәлдә кейеменә ут ҡапҡан.  Был турала тулыраҡ – артабан.

Башҡортостанда янған үләнде һүндерергә тырышҡан ҡатын вафат булған
Башҡортостанда янған үләнде һүндерергә тырышҡан ҡатын вафат булған

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө районының Көшөл ауылында тәне бешкән 78 йәшлек ҡатын вафат булған.

«Медицина учреждениеһы менән мәғлүмәттәрҙе сағыштырғанда, 1945 йылғы ҡатындың үлгәне билдәле булды», — тинеләр ведомствола.

Хаҡлы ялдағы ҡатындың баҡсаһы янында ҡоро үлән янып киткән. Ялҡынды үҙаллы һүндерергә тырышҡан мәлдә кейеменә ут ҡапҡан. Тәненең 85 проценты бешкән ҡатынды Дүртөйлө дауаханаһына алып киткәндәр.

Урынға килеп еткән янғын һүндереүселәр 15 минутта утты һүндергән. Янғын сәбәптәре асыҡлана. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Ут менән һаҡ булайыҡ!

https://bash.bashinform.ru/news/law/2023-04-19/bash-ortostanda-yan-an-l-nde-ndererg-tyrysh-an-atyn-vafat-bul-an-3226654

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: