Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Апрель 2023, 12:10

Бөгөн янғында өй, ике иномарка һәм дүрт һарай янған

Ҡайҙа сыҡҡан был янғын?

Бөгөн янғында өй, ике иномарка һәм дүрт һарай янған
Бөгөн янғында өй, ике иномарка һәм дүрт һарай янған

Бөгөн иртән Ауырғазы районының Мостафа ауылында янғын сыҡҡан, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.

«Янғын һүндереүселәр килгәндә 6х6 метр ҙурлығындағы ағас йорт, ике еңел автомобиль (Toyota RAV-4, Toyota Camry), шулай уҡ дөйөм майҙаны 240 квадрат метрлыҡ дүрт ағас һарайҙы ут ялмап алған булған. Көслө ел һәм ҡаралтыларҙың тығыҙ урынлашыуы уттың тиҙ таралыуына булышлыҡ иткән», — тип һөйләне ҡотҡарыусылар.

Янғынды таңғы 6-сы 19 минутта һүндергәндәр. Был эшкә 12 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе алдында янғындың сәбәптәрен асыҡлау бурысы тора.

Ут менән һаҡ булайыҡ, райондаштар!

Йорт тирәһендә ҡый үртәмәйек, ут янып ятҡан мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмайыҡ!

https://bash.bashinform.ru/news/law/2023-04-10/bash-ortostan-rayondaryny-bere-end-y-ike-avtomobil-m-d-rt-aray-yan-an-3213397

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: