Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Апрель 2023, 15:55

Техника һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде

Бөгөн район үҙәгендә яҙғы-йәйге осорҙа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, ташҡынға һәм янғынға ҡаршы саралар үткәреү маҡсатында ҡотҡарыу хеҙмәттәренең көстәрен, сараларын һәм техника әҙерлеген тикшереү смотры үтте. 

Техника һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде
Техника һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде

Сарала район ойошмаларының ҡотҡарыу хеҙмәттәре һәм уларҙың звенолары ҡатнашты.

Янғынға ҡаршы хеҙмәттән 8 кеше һәм 2 берәмек техника, йәмғиәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтенән 6 кеше һәм 3 берәмек техника, медицина ярҙамы хеҙмәтенән 3 кеше һәм 1 берәмек техника, юл хеҙмәтенән 8 кеше һәм 3 берәмек техника, энергия менән тәьмин итеү хеҙмәтенән 9 кеше һәм 3 берәмек техника, коммуналь хеҙмәттән 13 кеше һәм 3 техника, автотранспорт хеҙмәтенән 5 кеше һәм 2 берәмек техника, урмандарҙы һаҡлау хеҙмәтенән 14 кеше һәм 5 берәмек техника, хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау хеҙмәтенән 8 кеше һәм 3 берәмек техника, туҡландырыу һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү хеҙмәтенән 7 кеше һәм 2 берәмек техника, хәбәр итеү һәм элемтә хеҙмәтенән 5 кеше һәм 1 техника ғәҙәттән тыш хәлдәр булған осраҡта ярҙамға әҙер булырға тейеш.

- Беренсе сиратта яҙғы ташҡындарҙы уңышлы ғына үткәреү торһа, көндәр йылы торғанда урман янғындары ла ҡурҡыныс янай. Шуға күрә төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға тейешбеҙ, - тине Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес Ә. Шәһивәлиев.

Техника һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде
Техника һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде
Техника һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде
Техника һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде
Техника һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде
Техника һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде
Техника һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде
Техника һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшерелде
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: