Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Апрель 2023, 11:20

ОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штраф бер нисә тапҡырға артыуы ихтимал

Финанс министры урынбаҫары Алексей Моисеев ОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штрафты бер нисә тапҡырға арттырырға кәрәклеге тураһында белдереү менән сығыш яһаны. Күпмегә артыуы ихтимал һуң?

ОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штраф бер нисә тапҡырға артыуы ихтимал
ОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штраф бер нисә тапҡырға артыуы ихтимал

«Был 800 һум түгел, ә биш меңдән дә кәм булмаҫҡа тейеш», — тине ул Федерация Советында үткән кәңәшмәлә.

Шул уҡ ваҡытта физик һәм юридик шәхестәр өсөн штрафтарҙың артыуы ихтимал, тип министр урынбаҫарының һүҙҙәрен килтерә РИА Новости.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы 

***

Белеүегеҙсә, закон буйынса ОСАГО (автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау) полисы булмай тороп, транспорт сараһы менән идара итеү һәм уны иҫәпкә ҡуйыу тыйыла. Мотлаҡ страховкалауҙың төп бурысы - зыян күргән яҡҡа юл-транспорт ваҡиғаһынан күрелгән зыянды ҡаплау. Аварияла ғәйепле ОСАГО буйынса компенсация алмай, ләкин уның страховка компанияһы юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән ҡатнашыусыға күрелгән зыянды ҡапларға тейеш. 

Шундай хәлгә тарымаҫ өсөн, техниканы страховкалауҙы алдан хәстәрләргә кәрәк. Иҫке Собханғол ауылында страховкалау офистары бар. Шуларҙың береһе Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 27А адресы буйынса эшмәкәрлек иткән “OZON интернет-магазины” бинаһының икенсе ҡатында урынлашҡан. 

Страховкалау офисы төрлө йүнәлештә эшләй:  транспорттың бөтә төрҙәренә (еңел автомобиль, йөк ташыу машиналары, тракторҙар, такси һ.б.) автогр ажданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау (ОСАГО), кредитта һәм кредитта булмаған автомо билдәргә КАСКО (урланғанда һәм транспорт саралары төрлө зыян күргәндә зыянды ҡаплаған ирекле страховкалау полисы), мөлкәтте (йортто, фатирҙы, ипотеканы) страховкалау, бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкалау (эшселәрҙе, балаларҙы, мәктәп уҡыусыларын, спортсыларҙы, туристарҙы һәм башҡаларҙы), ауырыуҙарҙан, талпан тешләүҙән стр аховкалау, транспорт сараларын һатып алыу-һатыу килешеүҙәре төҙөү, водитель таныҡлығын алыу йәки алмаштырыу, автомобилде иҫәптән төшөрөү һәм рәсми теркәү буйынса электрон “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ЮХХДИ-ға ғариза биреү, шулай уҡ, күсермә яһау, матбуғат хеҙмәттәре һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтә. “Росгосстрах”, “Альфастрахование”, “Ресо”, “ВСК”, “Астро-Волга”, “Ингосстрах” һәм башҡа алдынғы страховка компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә.

Страховканы офисҡа килеп тормайынса ғына иҫәпләү һәм рәсмиләштереү мөмкинлеге бар. Бының өсөн 89378364838 телефон һандарына шылтыратырға, йә булмаһа, WhatsApp ҡушымтаһы аша яҙып мөрәжәғәт итеү һәм тейешле документтарҙы ебәреү ҙә етә. Шулай уҡ интернет селтәрҙәрендәге “Бәйләнештә” төркөмөнә https://vk.com/osagostarosub  һылтанмаһы аша үтеп, страховкалау тураһында яңылыҡтар, акциялар тураһында белергә мөмкин.

Офис эш көндәрендә иртәнге 09:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем эшләй, төшкө аш ваҡыты 13:00 сәғәттән 14:00 сәғәткә тиклем. Шәмбе һәм йәкшәмбе - ял көндәре.

Транспорт сараларын ваҡытында страховкаларға онотмағыҙ.

 

ОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штраф бер нисә тапҡырға артыуы ихтимал
ОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штраф бер нисә тапҡырға артыуы ихтимал
ОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штраф бер нисә тапҡырға артыуы ихтимал
Автор:
Читайте нас: