Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Апрель 2023, 17:00

Эскәнең икән, руль артына ултырма

Бөрйән районы буйынса дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә: административ ҡануниәткә ярашлы, эскән килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн водителгә 30 мең һум штраф һәм йыл ярымдан ике йылға тиклем транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү язаһы янай. Эскән йәки наркотик матдәләр ҡулланған килеш руль артына ултырған водитель икенсе тапҡырға ҡулға алынһа, енәйәт язаһы ҡулланыла.

Эскәнең икән,  руль артына ултырма
Эскәнең икән, руль артына ултырма

РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһына ярашлы (Юл хәрәкәте һәм транспорт сараларын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу), водитель эскән йәки наркотик ҡулланған килеш кеше һаулығына ҙур зыян килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпсеһе булһа, 3 йылға тиклем билдәле вазифа биләү йәки билдәле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм ителә һәм 5 йылға тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп ителә. Йәиһә 3 йылдан 7 йылға тиклем иректән һәм 3 йылға тиклем билдәле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙән мәхрүм ителеү язаһы ҡаралған. Әгәр ҙә авария һөҙөмтәһендә эскән водитель кеше үлеменә сәбәпсе булһа, уға 5 йылдан 12 йылға тиклем иректән һәм 3 йылға тиклем билдәле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙән мәхрүм ителеү язаһы янай. Әгәр ҙә ике йәки унан күберәк кешенең үлеменә сәбәпсе булһа, 8 йылдан 15 йылға тиклем иректән һәм 3 йылға тиклем билдәле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү йәки билдәле вазифа биләүҙән мәхрүм ителә.

Бынан тыш, иҫкәртеү саралары, аңлатыу эштәре, әңгәмәләр алып барыла. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш руль артына ултырыуҙың эҙемтәләре тураһында аңлатыу әңгәмәләре үткәрәләр. Шулай уҡ матбуғат сараларында, Бөрйән районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең интернеттағы рәсми төркөмдәрендә мәҡәләләр баҫыла.
Юлдарҙағы хәлде контролдә тотоуҙа битараф булмаған район кешеләре, башҡа хеҙмәт вәкилдәре ярҙам итә.

Автор:С. Буранбаев, ЮХХДИ-ның юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты.
Читайте нас: