Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Апрель 2023, 14:45

Хәүефле осор башланды

Республиканың урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле асылды.

Хәүефле осор башланды
Хәүефле осор башланды

Ҡар иреп, көндәр ҡорота башлау менән урмандарҙа янғын хәүефе арта. Ошоноң менән бәйле Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министрлығы 31 мартта махсус ҡарар сығарҙы.

Ҡарарға ярашлы 31 марттан урман фондында янғын хәүефе миҙгеле башланыуы иғлан ителде.

 

Урманға сыҡҡанда нимәләр тыйылыуын һеҙҙең дә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ:

*усаҡ яғыу, ҡоро үләнгә ут төртөү, сүп-сар яндырыу;

*янған шырпы йәки тәмәке төпсөгөн ташлау;

*майлы йәки яныусан матдә һеңгән материалды ҡалдырыу;

*шешә йәки быяла ватыҡтарын ташлау, сөнки улар ҙа ут сығыу хәүефен тыуҙыра;

*ағас эргәһендә, аҡландарҙа үләнде, баҫыуҙағы ҡамылды яндырыу;

*ваҡ ҡарағайлыҡта, ҡырҡыу өсөн билдәләнгән урман ерендә, торфлы, үләне ҡороған урында, зарарланған урман участкаларында усаҡ яғыу;

*урман хужалығы эштәрен башҡарғанда бысылған ҡалдыҡтарҙы яндырыу.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаһын, тәбиғәттә ут сыҡмаһын өсөн янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә, уяу булырға саҡыра.

Урманда йәки уның эргәһендә янғын сыҡҡан осраҡта республиканың Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә түбәндәге телефон һандары буйынса шылтыратығыҙ : 8 (347) 218-14-14. Шулай уҡ Урман һағының берҙәм бушлай номерына ла шылтыратырға мөмкин: 8 (800) 100-94-00. 

112, 101 берҙәм диспетчер һандары ла ғәмәлдә. 

Автор:Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас: