Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Февраль 2023, 11:00

Янғындарҙы иҫкәртеү яҡшыраҡ

Үткән аҙнала Бөрйән районы муниципаль районының граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, кешеләрҙең һыу объекттарында һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендәге төп саралар планын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостан территориаль бүлексәһе Бөрйән звеноһының «Бөрйән район үҙәк дауаханаһының газ ҡаҙанлығында янғын» исемле практик күнекмәләре үтте.

Сара сиктәрендә Башҡортостан территориаль бүлексәһенең Бөрйән звеноһы тарафынан янғын барған объекттан кешеләрҙе эвакуациялау, янғынды һүндереү, ваҡиға урынында хоҡуҡ тәртибен һаҡлау, территориаль звено хеҙмәттәренең авария-тергеҙеү эштәре һәм башҡа шартлы саралар башҡарылды.

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостан территориаль бүлексәһе Бөрйән звеноһының 2022 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм 2023 йылға бурыстар ҡуйылды.

рактик күнекмәләрҙән һуң район хакимиәтенең ултырыштар залында “Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уларға юл ҡуймау буйынса берҙәм дәүләт системаһы Башҡортостан территориаль бүлеге”нең (БТП РСЧС) Бөрйән звеноһы ҡотҡарыу хеҙмәттәренең 2022 йылда Граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡланыу һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген һәм һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһау һәм маҡсаттар билдәләү йәһәтенән Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте.

Инеш һүҙ менән район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов сығыш яһағандан һуң, Граждандар оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса төп белгес Әмир Шаһивәлиев Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уларға юл ҡуймау буйынса берҙәм дәүләт системаһы Башҡортостан территориаль бүлегенең (БТП РСЧС) Бөрйән звеноһындағы идаралыҡ органдары һәм хеҙмәттәренең 2022 йылдағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

Ултырышта “Торлаҡ-2022” профилактик операцияһы сараларына һығымта яһалды. Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса янғын күҙәтеүе өлкәһендә өлкән инспектор Ғ. Иҙрисовтың, Башҡортостан республикаһының Янғынға ҡаршы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы инструкторы И. Йомағужиндың, Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе башлығы Т. Төлкөбаеваның, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе башлығы Р. Шахниязовтың, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Н. Сафиндың һәм янғынға ҡаршы Федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса баш идаралығының 73-сө янғын һүндереү часы начальнигы Ш. Хәкимовтың сығыштарын тыңлағандан һуң, комиссия ҡарар итте:

-торлаҡ фондының янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән иҫкәртеү сараларын үткәреү планына ярашлы берҙәм эш алып барырға, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 320-се Ҡарары (09.08.2016 й.)менән раҫланған айырым категорияға ҡараған граждандарҙың һәм социаль хәүефле хәлдә булған ғаиләләрҙең йорттарында автономиялы төтөн тураһында иҫкәртеүсе приборҙар (АДПИ) ҡуйыу буйынса эште ойоштороу, контролдә тотоу һәм башҡарыу;

-янғын сығыуға һәм кешеләрҙең һәләк булыуына юл ҡуймау маҡсатында ҡаралтыларҙы, гараждарҙы, кешеләр йыйылыу ихтималлығы булған башҡа урындарҙы, буш торған һәм һүтелергә тейеш булған подвал һәм сарҙаҡ биналарын тикшереүҙе ойоштороу;

-янғын сығыу хәүефе янаған йорттар, шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, социаль мәҙәниәте түбән булған ғаиләләр, башҡа кире билдәләре булған ғаиләләр, шулай уҡ хәүеф төркөмөнә ҡараған күп балалы ғаиләләр йәшәгән йорттар исемлеген төҙөү. Эске эштәр министрлығының бүлексә вәкилдәре менән берлектә янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса аңлатыу эштәре алып барыу маҡсатында имен булмаған, аҙ тәьмин ителгән һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарҙы, шул иҫәптән яңғыҙ пенсионерҙарҙы һәм инвалидтарҙы иҫәпкә алыу;

- Башҡортостан Республикаһының янғынға ҡаршы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы һәм ирекле янғын һүндереү формированиелары инструкторҙары менән берлектә патруллек итеү, постар ҡуйыу, ихаталар буйлап йөрөү, халыҡҡа инструктаждар үткәреү, янғын хәүефһеҙлеге саралары тураһында мәғлүмәттәр таратыуҙы ойоштороу;

- аҙ тәьмин ителгән граждандарға (күп балалы ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән ололарға) мейестәрен һәм электр үткәргестәрен ремонтлауҙа, автономиялы янғынды иҫкәртеү ҡоролмаларын ҡуйыуҙа, шулай уҡ башҡа янғын-иҫкәртеү сараларын үткәреүҙә социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен ҡарау;

- фатирҙы ҡуртымға алыусылар һәм торлаҡ милекселәре араһында янғын хәүефһеҙлеге саралары тураһында инструкциялар, памяткалар, листовкалар әҙерләү һәм таратыу. Йәмәғәт биналарын һәм күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы янғын һағын саҡыртыу өсөн телефон номеры яҙылған табличкалар менән тәьмин итеү;

- мәктәпкәсә бала-ларҙы ҡабул итеү учреж-дениеларында, белем биреү учреждениеларында, шул иҫәптән башланғыс кластарҙа янғынға ҡаршы күргәҙмә агитациялар урынлаштырыуҙы тәьмин итеү. Белем биреү учреж-дениеларында, шул иҫәптән балалар баҡсаларында һәм балаларҙың ял итеү объекттарында балалар менән янғын хәүефһеҙлеге саралары һәм балалар шаярыуының эҙемтәләре тураһында дәрестәр һәм әңгәмәләр үткәрергә (уйын формаһында викториналар, эстафеталар, театр постановкалары) ;

- ойошма, предприятие һәм учреждение етәкселәренә эш урындарында пландан тыш янғынға ҡаршы инструктаждар үткәреү юлы менән ойошма хеҙмәткәрҙәрен көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге буйынса уҡытыуҙы ойоштороу;

-ҡышҡы ваҡытта янғын һүндереү һыу ятҡылыҡтарын ҡарау һәм техноген янғындарҙы һүндереү өсөн янғын һүндереү гидранттарынан һыу алыу;

- ташҡынға ҡаршы саралар үткәреүҙе, шул иҫәптән боҙҙо ҡарауҙы, боҙ ҡырҡыу эштәрен тәьмин итеү. Кюветтарҙы, күпер аралыҡтарын һәм башҡа һыу үткәреү ҡоролмаларын ҡарҙан таҙартыу. Муниципаль райондың һәр тораҡ пунктында, шулай уҡ етештереү объекттарында халыҡҡа ашығыс хәбәр итеү системаларын тикшереү һәм уларҙы даими рәүештә эшкә яраҡлы хәлдә тотоу;

-ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә тупраҡ һәм балсыҡ алыу урындарын билдәләп, санкцияланған һәм санкцияланмаған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың барлыҡ сүплектәрендә янғындарҙы һүндереү һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен үткәреү буйынса алдан планлаштырыу документтарын әҙерләргә һәм башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса эшләргә.

Ултырышта район хакимиәте башлығы - комиссия рәйесе Ғ. Манапов тарафынан ауыл биләмәләре башлыҡтарына, район ойошмалары һәм предприятиелары етәкселәренә бурыстар ҡуйылды, уларҙы үтәү ваҡыты билдәләнде.

Янғындарҙы иҫкәртеү яҡшыраҡ
Янғындарҙы иҫкәртеү яҡшыраҡ
Автор:Р. БАЙЫМОВ.
Читайте нас: