Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Февраль 2023, 14:00

Транспорт сараһы менән эскән килеш идара итеү осрағы буйынса ғәйепләү ҡарары сығарылды

Бөрйән районында суд эскән килеш транспорт сараһы менән идара итеү осрағы буйынса ғәйепләү ҡарары сығарҙы.

Транспорт сараһы менән эскән  килеш идара итеү осрағы  буйынса ғәйепләү ҡарары сығарылды
Транспорт сараһы менән эскән килеш идара итеү осрағы буйынса ғәйепләү ҡарары сығарылды

Асыҡланыуынса, 2022 йылдың 16 октябрендә киске 22.00 – 22.45 сәғәт арауығында урында йәшәүсе, Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.8-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ язаға тарттырылған гражданин бер йыл эсендә, аңлы рәүештә, алкоголле эсемлек ҡулланған килеш транспорт сараһы менән идара иткән.

Судта енәйәт эшен ҡарағанда ғәйепле үҙ ғәйебен тулыһынса таныны, суд уны 2 йылға транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 260 сәғәт мәжбүри эш формаһында язаға тарттырҙы. Суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән әле.

Автор:Ф. Ғәйетҡолов, район прокуроры.
Читайте нас: