Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Февраль 2023, 11:00

СИРАТТАҒЫ РЕЙД ҮТТЕ

Ҡаргиҙәр берәү өсөн транспорт сараһы, икенселәр уны һунар итеүҙә, балыҡ тотоуҙа ҡуллана, кемдер саңғы юлы яра, ә кемгәлер - ул бары уйынсыҡ. Әлеге ваҡытта ҡаргиҙәрҙәрҙең законға ярашлы ҡулланылыуын контролдә тотоу маҡсатында республика буйынса «Ҡаргиҙәр» тигән профилактик сара бара.

СИРАТТАҒЫ РЕЙД ҮТТЕ
СИРАТТАҒЫ РЕЙД ҮТТЕ

Нимә тиһәк тә, ҡаргиҙәрҙәр үҙйөрөшлө машиналарға ҡарай, улар менән идара иткәндә водителдең генә түгел, ә яҡын-тирәлә булған кешеләрҙең дә хәүефһеҙлеге тураһында оноторға ярамай. Башҡа үҙйөрөшлө машиналар кеүек, ҡаргиҙәрҙәр ҙә «Гостехнадзор» инспекцияһында иҫәпкә ҡуйылырға һәм йыл һайын техосмотр үтергә тейеш. Уның менән идара итеү өсөн А1 категориялы тракторист-машинист танытмаһы талап ителә. Үҙйөрөшлө машиналарҙы иҫәпкә ҡуйыу техника хужаһына 3050 һумға төшә.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 6-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Б. Тимерғәлиев.
Читайте нас: