Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Февраль 2023, 15:10

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ

2022 йылда районда 44 яңғын сығыу осрағы теркәлде, ҡыҙғанысҡа каршы, 5 кеше һәләк булды, шуларҙын 2-һе балалар. 2 кеше тән йәрәхәте алды.

Ауыл биләмәләрен айырым алғанда:

- Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе – 21;

- Байназар ауыл биләмәһе – 10;

- Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе – 4;

- Аҫкар ауыл биләмәһе – 3;

- Ҡолғана ауыл биләмәһе – 2;

- Иҫке Монасип, Ырғызлы, Гәлиәкбәр, Кейекбай ауыл биләмәләрендә 1-әр янғын сығыу осраҡтары булды.

Янғын сығыуҙың сәбәптәрен алғанда, күберәк ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында 21, электр сымдары төҙөк булмауы арҡаһында 11, яҡҡан мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырыу арҡаһында 8 янғын сыҡты. Йыл башынан республикала фәжиғәле янғындар һаны артты.  385  янғын сығыу осрағы теркәлде, унда 29 кеше янып үлде, 19 кеше тән йәрәхәтәре алды. Йыл башынан беҙҙең районда ғына3 янғын сығыу осрағы теркәлде.

Янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында бөтәгеҙгәлә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырабыҙ:

- өйҙән сығып киткәндә электр приборҙарын һүндереп сығырға.

- яҡҡан мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа.

- шәхси хужалыҡта ҡый яҡмаҫҡа.

- бәләкәй балаларҙы һәм оло кешеләрҙе яңғыҙ өйҙә ҡалдырмаҫка, күрше тирәгеҙгә күпселек осраҡта төнгө ваҡытта күҙ-ҡолаҡ һалып тороуығыҙҙы саҡырабыҙ.

Йорттарҙы янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары менән йыһазландырыу мотлаҡ. Ут ниндәй сәбәп менән генә сыҡмаһын, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролма уны ваҡытында табыуҙы тәьмин итәсәк һәм ғүмерҙе ҡотҡарырға мөмкинлек бирәсәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдар ярҙамында меңләгән кешенең ғүмере ҡотҡарып  ҡалынған. Шул иҫәптән беҙҙең районда: үткән  йылда ғына 4 кеше, шуларҙың икәүһе - балалар.

 

Бөтәгеҙгә лә янғынды иҫкәртеү ҡоролмаларын  һатып алып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡтары 500-600 һум тирәһе. Бер өйгә бер нисәне ҡуйырға була. Әгәр ут сыҡҡанын курһәгеҙ, йәки ишетһәгеҙ, тиҙ арала «101» йәки «112» һандарына хәбәр итегеҙ. Шул уҡ мәлдә ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәренә лә хәбәр итер кәрәк, сөнки 20 ауылда һыу менән тултырылған ут һүндереү техникалары бар.

Уттың ялы-ҡойороғо юҡ, барығыҙ ҙа һаҡ булығыҙ!

 

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 73-сө янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Ш.Хәкимов

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ
Автор:
Читайте нас: